Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2018, 14:29

Радик Юлъяҡшиндан «Кәләш» салаты

Яңы йыл табынына һәр хужабикә иң тәмле һәм үҙенсәлекле аҙыҡ әҙерләргә тырыша.

Радик Юлъяҡшиндан «Кәләш» салаты
“Кәләш” салатының рецебы:
Беренсе ҡатлам – бешкән тауыҡ итен шаҡмаҡлап турап һалырға;
икенсе ҡатлам – йоҡа ғына итеп майонез буярға;
өсөнсө ҡатлам – бешкән кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп түшәп сығырға;
дүртенсе ҡатлам – йоҡа ғына итеп майонез буярға;
бишенсе ҡатлам – бешкән картуфты ваҡ ҡырғыстан үткәреп һалырға;
алтынсы ҡатлам – йоҡа ғына итеп майонез буярға;
етенсе ҡатлам – йомортҡаның ағы менән сырҙы ҡырғыс аша үткәреп түшәп сығырға.
Өҫтөн йәшләүек йәки зәйтүн менән биҙәргә мөмкин.
Гөлназ ИШЕМҒОЛОВАнан рецепттар.
«Эремсектән татлыҡас»
Уны ололап, урыҫтар «Королевская ватрушка” тип йөрөтәләр. Ә беҙ, үҙебеҙсәләп, «Эремсектән татлыҡас» тип атайыҡ та ҡуяйыҡ!
Шулай итеп, башта ҡамырын әҙерләйек. Бүлмә температураһында йомшарған аҡ май йә яҡшы сифатлы маргаринға ярты стакан шәкәр, семтем сода (һалмайым ҡай саҡта), самалап он ҡушып ыуабыҙ. Майлы ғына, ыуалып торған ҡатнашма килеп сығасаҡ. Онон күп һалмағыҙ, атыу ҡоро була.
Эслегенә инде бер ҡап эремсек (250 г), 2 йомортҡа, бер стакан шәкәр кәрәк буласаҡ. Бөтәһен бергә ныҡ ҡына итеп туғырға. Ауыл эремсеге һыулыраҡ булһа, һарҡытығыҙ. Магазиндыҡын алһағыҙ, 5-7 процентлыһын һайлағыҙ,тәмлерәк булыр. Шунан, табаға (майламайбыҙ!) башта майлы ҡатнашманың күберәк өлөшөн ҡул менән йәйәбеҙ, ситтәрен күтәреп ҡуйыптырып. Эсенә эслекте ҡоябыҙ. Ә хәҙер...Трам-тарам..эремсектең өҫтөнә түңәрәкләп ҡырҡылған банан йәйеп сығабыҙ ҙа, ҡалған ҡатнашманы эслек тулыһынса ҡапланырлыҡ итеп һибәбеҙ. Бына шулай, инде мейескә тығып, 35-40 минут бешереп алырға ла тәмләп сәй эсергә генә ҡалды. Аш бүлмәһенә таралған банандың тәмле еҫе!!! Мммм.....Иҫ киткес!!!
Бананһыҙ ҙа хәтәр тәмле! Ә тағы ла эслегенә эремсек урынына ҡырылған алма һалып бешерһәгеҙ ҙә була. Әҙерәк кенә алма өҫтөнә шәкәр һибептереп. Ҡалайтһағыҙ ҙа, тел йоторлоҡ инде былай.
Ҡыҫтыбый
1 стакан саҡ ҡына һыу ҡушылған йылы һөткә 3 ҡалаҡ көнбағыш майы, тоҙ, он ҡушып ҡамыр баҫтым. Йомортҡа ҡушырға кәрәкмәй! Йәймәләрҙе майһыҙ табала ике яҡтан бешереп алғас, яртыһына картуф иҙмәһе һалып уртаға бөкләнем. Әйткәндәй, йәймәнең икенсе яғын табала үтә оҙаҡ тотманым, юғиһә ҡата. Картуф иҙмәһенә йылы һөт, май ҡуштым. Аҙаҡ әҙер ҡыҫтыбыйҙарҙы иретелгән һарымһаҡлы май менән һыланым. Тәмлеее!
Читайте нас: