Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
29 Ғинуар 2019, 14:24

Кадрҙар етмәү, исемдәргә квота, пьесаларҙың булмауы – бөгөн Башҡортостан театрҙарын нимә борсой

Рәсәйҙә башланған Театр йылында Дәүләт Йыйылышында «Башҡортостан Республикаһында театр эшмәкәрлеген ҡануни яҡтан көйләү проблемалары тураһында» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Сарала театрҙар һәм ойошмалар етәкселәре үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Бөтә сығыш яһаусылар ҙа тиерлек кадрҙар тәрбиәләү мәсьәләләренә ҡағылды. Рус академия театры директоры Михаил Рабинович республикала тауыш режиссеры, тауыш операторы, бутафор, гример кеүек театр һөнәрҙәренә ҡытлыҡ булыуын билдәләне, режиссер һөнәренең дә юғалып барыуын әйтте.
Республика театрҙарын кадрҙар менән төп тәьмин итеүсе — З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты. Был — федераль юғары уҡыу йорто, театр факультетында бюджет урындары һаны йылдан-йыл кәмей. Әгәр элегерәк бер йылда 20-25 актер һәм режиссер әҙерләп сығарылһа, хәҙер курста — актерҙар өсөн бөтәһе алты бюджет урыны, ә режиссер өсөн берәү ҙә юҡ. Коммерция нигеҙендә уҡырға теләгәндәр өсөн хаҡ бик юғары — йылына 180 мең.
«Өфө дәүләт сәнғәт институты — уҡытыу өс телдә алып барылған үҙенсәлекле вуз. Кафедрабыҙҙы бергәләп һаҡлап ҡалырға кәрәк. Был — бик етди мәсьәлә, бер нисә йылдан башҡорт театрҙары өсөн актерҙар табып булмаҫ», — тине актер оҫталығы һәм режиссура кафедраһы мөдире Таңсулпан Бабичева.
Ошо теманы тикшергәндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин федераль кимәлдә мәғариф тураһындағы законға «маҡсатлы уҡытыу» тигән төшөнсә менән төҙәтмә индерелеүен билдәләне. Уҡырға ингәндә льгота алыусылар, вузды тамамлағас, уларҙы уҡытыу өсөн аҡса һалған театрҙа мотлаҡ өс йыл эшләргә тейеш.
Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов театр цехында пенсияның аҙ булыуына һәм театрҙарҙа контракт системаһын индереүгә бәйле борсолоуын белдерҙе
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә — Башҡортостан актерҙарының Рәсәй исемдәрен алыу проблемаһы, уларға квота бик ҡаты.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар бер нисә тапҡыр яңы спектаклдәр өсөн драма әҫәрҙәренең етмәү мәсьәләһен күтәрҙе. Был йәһәттән күрше Татарстандың ыңғай тәжрибәһе билдәләнде, унда йыл һайын драматургия конкурсы ойошторола һәм яңы пьесалар йыйынтыҡтары нәшер ителә.
«Республиканың һәр театры репертуар төҙөгәндә ҙур проблема менән осраша, был милли драматургияның ярлы булыуына бәйле. Мостай Кәрим, Әсғәт Мирзаһитов, Әнғәм Атнабаев, Нәжиб Асанбаев, Флорид Бүләков кеүек драматургтар ижад иткән алтын осор бар ине, — ти Олег Ханов. — Драматургтарға дәртләндереүсе башланғыс юҡ. Ә Ғ.Камал исемендәге Татар драма театрында «Яңы татар пьесаһы» конкурсы уҙғарыла, унда йыл һайын 120 кеше ҡатнаша. Яҡшы тәжрибәне үҙләштереү оят түгел. Республика Дәүләт Йыйылышы һәм Мәҙәниәт министрлығы ошо йүнәлештә финанслау инициаторҙары булып сығыш яһай ала тип иҫәпләйем».
Түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса әҙерләнгән тәҡдимдәр тейешле ведомстволарға һәм ойошмаларға ебәрелергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1266337-nekhvatka-kadrov-kvota-na-zvaniya-otsutstvie-pes-chto-volnuet-teatry-bashkirii-segodnya/
Читайте нас: