Яраталар икән беҙҙә диңгеҙ аръяғындағы моңдо, залда алма төшөрлөк тә урын булманы. Ә концертҡа килгәндә, һинд моңдарын тыңлағанда донъя мәшәҡәттәренән арынып, илаһи бер күңел торошо кисереп, яҡты уй-хыялдарға бирелеп ултырҙым. Беҙ йәш саҡта кинәнеп тыңлаған “Зуби-зуби”, “Джимми” һәм башҡа йырҙар иҫкә төшөп китте. Ҡала халҡына ошондай рухлы тамаша бүләк иткәндәре өсөн һинд дуҫтарыбыҙға ла, ойоштороусыларға ла рәхмәт әйтке килә.