Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2019, 13:39

Тарихи шәхестәребеҙ сәхнәнән төшмәһен!

Быйыл республика юбилейын билдәләй, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә “Театр йылы” тип иғлан ителде. Ошо ике ваҡиға шауҡымында бер фекерем яралды. Сәхнә түрендә нәҡ быйыл республика ойоштороу ваҡиғалары уртаһында ҡайнаған тарихи шәхестәребеҙ кәүҙәләндерелергә тейеш бит! Фекер яралып ҡына ҡалманы, тарихи әҫәрҙәр яҙыусы бул да, шундай датанан ситтә ҡаламмы?! Беҙ юбилейға М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры художество етәксеһе Олег Ханов менән йыл ярым элек үк әҙерләнә башлағайныҡ, йәғни автономия өсөн көрәш, Граждандар һуғышының данлыҡлы полководецы, башҡорт халҡының легендар улы Муса Мортазин хаҡында пьеса яҙыуым тураһында һүҙем. “Халыҡ трагедияһы» жанрына ҡараған пьесаның исеме – «Комбриг Муса Мортазин».

Был яҙманы ниндәйҙер маҡтаныу өсөн яҙманым, ә шәхестәребеҙҙе күтәрергә кәрәк тигән идея менән ҡулыма ҡәләм алдым. Һәр кем үҙ эше менән башҡарып сыҡһын ине был ғәмәлде.
Әҫәрҙең башында уҡ шундай преамбула тора: «Башҡорт автоно-мияһының 100 йыллыҡ юбилейына автономия өсөн баштарын һалған меңәрләгән башҡорт азаматтарының, сит илдәргә китеп юғалған меңәрләгән баш бирмәҫ аҫыл ирҙәрҙең, ҡыҙыл геноцидтан һәләк булған һанһыҙ халыҡтың яҡты иҫтәләгенә бағышлана». Тик һылап-һыйпап, юҡты бар итеп, барҙы юҡ итеп килделе-киттеле әҫәр яҙмаясаҡмын, яҙһам, тарихи документтарға таянып, тик хаҡиҡәтте генә яҙасаҡмын, тинем Хановҡа. Килеште. Миңә ҡалһа, тарихсы драматург тәү сиратта нәҡ ана шул тарихи дөрөҫлөк хаҡында уйланырға тейеш. Үҙ намыҫым алдында, бигерәк тә автономия өсөн шәһит киткәндәр рухы алдында, пьеса ҡуйылһын өсөн генә ниндәйҙер фальсификацияларға ла бара алмайым. Мортазин – данлыҡлы Алдар батыр Иҫәнгилдин, Ҡараһаҡал, Салауат Юлаев кеүек ир аҫылдары рәтендә торған шәхес!
Тарих төпкөлөнә төшһәк, башҡорт халҡы өсөн ул замандарҙың һәр мәле тетрәндергес булған бит. Социалистик революция үткәреп, «Совет Рәсәйе» тип аталыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй империя шовинизмын ташламаған. Ә, бәлки, рус булмаған халыҡтарға ғына түгел, рус халҡының үҙенә лә батша хакимлығы ҡылмаған ҡанһыҙлыҡтар менән вәхшилектәр күрһәтте. В.И.Лениндың бер әҫәрендә «Рәсәй колонизаторҙарының Башҡортостанда ҡылған яуызлыҡтарын европалыларҙың Африкала ҡылған ҡанһыҙлыҡтары менән генә сағыштырып була» тигән һүҙҙәре бар ине. Ә үҙе, хаким булып алғас, европалыларҙан да арттырып ебәрҙе! Империя һаҙлығынан ҡола-ғынан тотоп федератив ҡоролошҡа һөйрәгән Башҡортостанды рәхимһеҙ ҡыйраттылар, аҫтылар, һуйҙылар, аттылар. Империя нигеҙен ҡаҡшатҡаны өсөн аяуһыҙ үс алдылар, артабан да күп ваҡыттар ҡаныҡтылар, ғәфү итә алманылар. Һәм ошо вәхшилектәргә ҡаршы тора алырлыҡ бер ир азаматы табылды – комбриг Муса Мортазин! Башҡортто кем йәберләһә, ул шуларҙы туҡманы!
Башҡорттарҙың граждандар һуғы-шында автономия өсөн күрһәткән ҡаһарманлыҡтары менән күргән фажиғәләре был пьесала остоғо ғына бирелә. Шуға ҡарамаҫтан, уйға һалырлыҡ, әле һаман һиҫкәндерерлек ваҡиғалар тураһында һүҙ бара. Ул осор хаҡиҡәтен юллаһаң, иң тәүҙә автономия төҙөүгә ҡаршы эшләнгән енәйәттәр һәм яуызлыҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре ҡалҡып сыға. Нисек кенә булмаһын, тарихтың бар яғын да күрә белергә кәрәк. Һәм һүҙем драматургтарға ғына ҡағылмай...
Хәмит ИРҒӘЛИН,
драматург.
Читайте нас: