Матбуғат кәңәшмәһендә Стәрлета-маҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе Айҙар Зарипов, ҡуйыусы режиссеры Зиннур Сөләймәнов, Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театрының баш режиссеры Людмила Исмайлова һәм журналистар ҡатнашты.
«ГИТИС Театраль лабораторияһы – Стәрлетамаҡта» 10 майҙан 15 майға тиклем ҡаланың Башҡорт һәм Рус драма театрҙарында бара. Проект сиктәрендә дүрт спектаклдең эскизы күрһәтелә. Был өҙөктәр өҫтөндә эшләү өсөн Мәскәүҙән ГИТИС-тың (дәүләт театр сәнғәте институты) режиссерлыҡ факультетын тамамлаған режиссерҙар саҡырылған. Беҙҙең театрҙарҙың репертуарын режиссерҙар һайлап алған ике эскиз тулыландыра.
Театраль лаборатория ваҡытында лекциялар, баш эксперттарҙың һәм театраль тәнҡитселәренең оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Шулай уҡ спектаклдәр күрһәтелә һәм пьесалар уҡыйҙар.
– Беҙ был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ, – ти ҡалабыҙҙың сәнғәт әһелдәре. – Беҙгә яңынан-яңы идеялар, театрға заманса ҡараш кәрәк.