Һигеҙ көн дауам иткән фестивалдә жюри ағзаларына һәм тамашасыларға барлығы 13 спектакль тәҡдим ителде. Быйылғы “Туғанлыҡ” фестивале Рәсәйҙә “Театр йылы”на, Башҡортостандың 100 йыллығына, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы спектакль» тип Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театры ҡуйған Мостай Кәримдең «Өс таған» (режиссеры – Антон Федоров) спектакле танылды. Ошо уҡ сәхнә әҫәре «Иң яҡшы сценография» номинацияһында ла билдәләнде (ҡуйыусы рәссамдары Антон Фёдоров, Лилиә Сөләймәнова). Шулай уҡ төп ролдәрҙең береһе Ғабдулланың өләсәһе образын уйнаусы Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына дан, бындай оло еңеүҙәр тарихта алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡалыр. Афарин!
Әйткәндәй, ижади коллектив ошо көндәрҙә ошо уҡ әҫәр менән Ҡазан тамашасыһын да таң ҡалдырып ҡайтты. Унда халыҡ-ара “Наурыз” театр фестивале уҙҙы.
театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.