Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Июль 2019, 15:56

Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса БАКИРОВА: “БЕҘ был ЕРҘӘ – ҠУНАҠ ҠЫНА, Ә СӘНҒӘТ ИҺӘ – МӘҢГЕЛЕК!”

Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса БАКИРОВА: “БЕҘ был ЕРҘӘ – ҠУНАҠ ҠЫНА, Ә СӘНҒӘТ ИҺӘ – МӘҢГЕЛЕК!”...Бынан байтаҡ йылдар элек була был хәл. Салауат башҡорт драма театры үҙенең гастролдәре менән Ырымбур өлкәһенә сыға. Бер кисте труппа М. Байджыевтың “Дуэль” исемле әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль уйнай. Халыҡ алҡыштарға күмә, сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй тора. Ә икенсе көндө фатирға төшкән йортта иртәнге сәйҙе эскәндә кисәге бер тамашасы килеп инә һәм актрисаларҙың береһенә ҡарап, былай тип һүҙ башлай: “Ниса туғаным! Ғәфү итегеҙ, кисә тамашаға сәскәләрһеҙ килдем. Тик... Ҡасандыр сабып китеп барған поезда ауырлыҡ менән бала таптым – әсә булыу бәхетем менән бүлешеп, шунда ғәм халыҡ ҡотлап, миңә гөлләмәләр бүләк итте. Шул гөлләмәләрҙе күңелемдән һеҙгә тапшырам.

Бер мәл һуҡыр ҡалдым, әммә, Аллаға шөкөр, күреү һәләтем бер аҙҙан һуң кире ҡайтты. Ул мәлдә лә миңә гөлләмәләр бүләк иткәйнеләр – уларҙы ла күңелемдән һеҙгә бирәм. Кисә һеҙ уйнаған мәлдә тормошомдағы ҡайһы бер хаталарымды таныным, артабанғы ғүмеремде шул хаталарҙы төҙәтергә арнайым. Ысын йөрәктән рәхмәт һеҙгә!”
Уйнаған ролдәрең, һынландырған образдарың хаталарҙы танытырлыҡ, батып барғандарҙы ҡотҡарырлыҡ, ваз кискәндәрҙе ҡайтарырлыҡ, таш йөрәктәрҙе иретерлек булыуы шарт шул. Ошо оҫталыҡ, ошо булмыш, ғөмүмән, сәнғәт, театр донъяһы хаҡында баяғы ҡатынды һәм башҡа меңәрләгән тамашасыны ижады менән әсир иткән шәхестең үҙе, Башҡортостандың халыҡ артисы, байтаҡ йылдар Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһенә тоғро ҡалыусы актриса, педагог Ниса Миңлевәли ҡыҙы БАКИРОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Мөхәббәт героиняһы кәрәк!
– Ниса апай, Ырымбурҙа бул-ған ваҡиғала һеҙ үҙегеҙҙең бул-мышығыҙҙың асылына төшөн-гәнһегеҙ. Шулай ҙа тормошта һайлаған юлдан баш тартыу кимәленә еткән мәлдәр ҙә юҡ түгел. Ундай мәлдәр һеҙҙе лә урап үтмәгәндер?
– Беҙ Филарит (Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Бакиров) менән әле сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ өйләнешкәйнек. Ҡулға диплом алғас, Филаритты Салауат башҡорт драма театрына эшкә алдылар, ә миңә – урын юҡ. Дөрөҫөрәге, ваканция бар – тик сағыу, сибәр, мөхәббәт героиняһын уйнарлыҡ актриса кәрәк икән. Бәләкәй буйым менән тап килмәнем. Ошо мәлдә ғәрләнеп тә бөттөм. Әллә актриса юлын һайлап хаталандыммы тип уйлана инем.
Шулай ҙа ижад юлым барыбер ошо театрҙа башланды – махсус рәүештә бер урын булдырҙылар. Оҙаҡ ҡына эшләгәндән һуң, 1991 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына күстек. Тик яңы эш урынында ла “әллә яңылыштыммы?” тигән уйҙар осраны.
Хәҙерге йәштәргә көнләшеп ҡарайым, сөнки гастролдәр оҙаҡ түгел, йәиһә ҡайтып йөрөйбөҙ. Ә элек ғүмер 75 көнгә тиклем бер туҡтамай “тәгәрмәс өҫтөндә” үтә торғайны хатта. Ҡайтһаҡ – балалар танымай, китһәк – онотоп бөтәләр тигәндәй. Ҡыҙымдың музыкаль яҡтан һәләте бар. Пединститутта уҡыған сағында ошо һәләтен күреп, уҡытыусылары: “Ниңә бала саҡтан профессиональ рәүештә шөғөлләнмәнең?” – тип һорағандар. Һуң ике айҙан ашыу гастролгә йөрөп, ҡасан баланы музыкаль мәктәпкә оҙатмаҡ кәрәк тә ҡаршы алмаҡ кәрәк? Ярай ҙа ябай мәктәпкә үҙе йөрөнө, йәнә беҙ өйҙә юҡта ҡустыһын ҡараны. Ошондай мәлдәрҙе иҫләһәң дә уйланып китәһең. Тик быларҙы ҡорбан итеү, үкенес тип әйтмәйем, ә актер яҙмышының ни тиклем ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта мәғәнәле икәнлегенә ишара ғына яһарға теләйем. Был бит бер минең тормош түгел, ә тотош сәнғәт кешеләре яҙмышының бер сағылышы.
...Эйе, ғаиләм хаҡына эштән китергә тип ғариза ла яҙҙым бер мәл. Тик ғариза яҙҙым да, ә үҙем уйланам: нисек мин артабан йәшәрмен ошо һөнәрһеҙ? Эш урыны табырға була ул, ә бына театрһыҙ күҙ алдына килтерә алманым үҙемде.
– Тимәк, ҡалыплашҡанса әйткәндә, театр – һеҙҙең яҙмыш. Ә бына актриса, сәнғәт оҫтаһы булараҡ үҫешегеҙ нисек барҙы?
– Элек ҡайһы берҙә шуға асыуым ҡабара ине: “Ниса туғаным, һин нисек был тиклем һүҙҙәрҙе ятлап бөтәһең?” – тип һорай торғайнылар. Ниңә уларҙы минең сәхнәләге образда өҙгөләнеп илауым йә-ки диуаналай көлөүем, уйнауым түгел, ә ҙур тексты иҫтә ҡалдырыуым ҡыҙыҡһындыр-ҙы икән? Бәлки, асылып бөтмәгәнмендер, бәлки, тексты ғына иҫтә ҡалдырырлыҡ тамашасыға юлыҡҡанмын-дыр. Һаман сер булып ҡала. Әммә шуныһын ышаныслы әйтә алам: бер ҡасан да “текст ятлау ғына” тигән маҡсат ҡуйманым, ғөмүмән, актер ундай уйҙарҙан йыраҡ торорға тейеш. Һин бөтә күҙәнәгеңә тиклем – кәүҙәләндергән образ.
Үҫеш актерлыҡ оҫталығына төшөнөүҙәр, фекерең, рамкаң өҫтөндә эшләүҙәр аша килә. Кемгә нисектер, ләкин мин һәр образды йотлоғоп ҡабул итә инем. Актер төп ролдәрҙән тыш “инеп-сыҡҡан” бәләкәйҙәрендә лә үҫә бит. Һәр роль үҙенсә ҡиммәт, һәр образ спектаклгә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ алып килә. Парадокс: шул кескәй генә ролеңдә һине тамашасы күреп ҡала, күтәреп ала.
Тамашасыбыҙҙан уңдыҡ
– Ә бына һеҙҙеңсә актер һөнәрен, ошо тиклем хеҙмәтте халыҡ, дәүләт тейешенсә баһалаймы? Мәҫәлән, бөгөнгө ябай булмаған көндә?
– Илшат ағай Йомағоловтың әйткән бер һүҙе бар ине: “Кеше алҡыштарына алданып ғүмер үтте”, – тип шаяртыр булды мәрхүм. Эйе, беҙҙең уңышыбыҙ тамашасының һөйөүенән тора. Шул һөйөү актерҙарға ла, ғөмүмән, театрҙарға ла ғүмер бирә. Шул һөйөү, ышаныс юҡ икән, тимәк, беҙгә лә шаршауҙарҙы ябырға ваҡыт.
...Илдә ҡан ҡойош. Бөйөк Ватан һуғышы бара. Кешеләр ас, фронтта ғына түгел, тылда ла үлем менән көрәшәләр. Ошо ҡот осҡос мәлдә лә театрҙар, филармониялар иҫән ҡала. Юҡ, уларҙың ҡотҡарыусылары – актерҙар, артистар түгел, ә халыҡ бит. Әгәр икенсе колхозға барып етергә дәүләт ат бирмәһә, халыҡ һуңғы икмәгенең яртыһын киҫеп, актерҙың ҡуйынына тыҡмаһа, ул труппа барып етер инеме? Әгәр барып еткәс, уларҙы әлегеләй ат башы ҡәҙәр йоҙаҡ менән бикле клубтар ҡаршы алһа, театр иҫән ҡалыр инеме? Инде әле әйткәнсә, “ябай булмаған” көндә шул мәлдәге ябай булмаған мәлдәрҙе иҫләргә кәрәктер. Халыҡ күтәрә, алҡыштарға күмә. Тик алҡыштар ғына баһаға лайыҡ актерға атҡаҙанған артист исеме таҡмай шул – быныһы ла бар.
Стәрлетамаҡ тамашасыһына кил-гәндә, мин халҡыма мөкиббән китеп ғашиҡмын. Ул үҙгәрештәрҙе лә сабыр ғына кисерә, етди талаптар ҡуйып, аяҡ дөбөрҙәтмәй, матур-матур тамаша көтә. Ә күңелдәре нескә, халыҡсан стәрлетамаҡтарҙың. Классикаларыбыҙҙы көтөп ала, алҡыштарға күмә. Хәстәрлекле лә ул. Бая әйткән һуғыш мәлендә театрҙарҙы һаҡлап ҡалған халыҡты күҙ алдына баҫтырам ирекһеҙҙән.
Шулай, театрҙа Ғәлиәбаныуҙы ла, Ғәлимәбаныуҙы ла уйнарлыҡ актерҙар, спектаклде ҡуйырлыҡ режиссерҙар, биҙәрлек рәссамдар ғына түгел, аңларлыҡ тамашасыһы булыуы ла шарт.
– Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең һуңғы осорҙағы уңыштарына күҙ һалһаҡ, бөтә яҡлап та бәхетлеһегеҙ: яратҡан тамашасығыҙ ҙа бар, мәҙәни усаҡта ла сәнғәттең ҡәҙерен аңлаған шәхестәр етәкселек итә. Быны тамашасы, гәзит уҡыусы төрлө кимәлдәге бер-бер артлы еңеүҙәрегеҙ аша ла аңлайҙыр. Күптән түгел, мәҫәлән, М. Кәрим әҫәре буйынса Антон Федеров ҡуйған “Өс таған” спектакле “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивалендә Гран-при яуланы. Һеҙ – икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы!
– Ысынлап та, был фестиваль беҙгә көтмәгәндә уңыш килтерҙе. 13 театр араһында еңеү яулау – ҙур әһәмиәткә эйә. Гран-при – беҙҙә, икенсе пландағы ҡатын-ҡыҙ роле һәм тағы бер еңеү – “Иң яҡшы сценография”. Шул уҡ ваҡытта был спектакль ябай түгел. Мостай донъяһы, Мостай һүҙе ни тора! Мәскәүҙән килгән режиссерға башта һағайырыбыраҡ ҡараһам да, уның шул тиклем балалар психологияһын тәрән аңлауына, актерҙар менән шул тиклем аңлашып эшләүенә һоҡланып туя алманым. Башта оло кеше булараҡ, күңеле булһын тип берәй маҡтау ҡағыҙы тотторалар тип уйлаһам, иң яҡшы роль тип иғлан итмәһендәрме. Был мәртәбә артабан да дәртләнеп эшләргә көс бирҙе миңә!
Бөтә донъя бушап ҡалды
– Һеҙ Филарит ағай мәрхүм менән ижади пар булдығыҙ. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа бергә матур-матур спектаклдәрҙә уйнанығыҙ, ҙур сараларҙан ҙур еңеүҙәр алып ҡайттығыҙ. “Ғәлиәбаныу”, “Ҡыҙ урлау”, “Ҡоҙаса”, “Мәскәү-Васюки”, “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?”... “Театр яҙы”, “Туғанлыҡ” фестивале. Был тамашалар, бәйгеләр һәм исемдәрҙе һеҙҙең берҙәм ижадтан айырып ҡарап булмай. Инде сәхнәгә яңғыҙ көйө күтәрелергә тура килде. Нисек көс таба алдығыҙ? Театр көсө ярҙам иттеме?
– Ул киткәс, театр донъяһы ғына түгел, минең өсөн бөтә донъя бушап ҡалды. Ысынын әйтәм: уйландым – артабан сығырғамы-юҡмы?
Мин сәхнәлә тамашасыны ла, стеналарҙы ла күрмәйем, уйнаған партнерым да – ирем түгел, дөрөҫөрәге, спектаклдәге ирем генә. Тик тормош, театр – барыбер барыһы бергә буталған. Бит тормош иптәшем, сәхнәләге партнерым, фекерҙәшем, балаларымдың атаһы, өҙөлөп һөйгән кешем – барыһын бер юлы юғалттым! Шулай ҙа... ниндәй ҡарар ҡабул иткәнде беләһегеҙ – мин һаман да актриса. Әлбиттә, шундай мәлдәр ҙә булды: яңы партнерымды күрәм һәм сәхнәлә уйнап йөрөгән ерҙән һығылып илауҙан үҙемде саҡ тыйып ҡалам. Икенсе партнер, тик өҫтөндәге кейеме – Филарит кейгән костюм, йырҙа – уның тауышы... Бәлки, барыһынан ваз кисергә кәрәк тә булғандыр. Тик миҙалдың икенсе яғы бар бит әле: спекталдәр юғалмаһын тип ҡайғырам. Күпме көс, теләк һалынған эштәр бит ул тамашалар. Тамашасы яратҡан, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә спектаклдәр. Әлбиттә, бер кем дә алыштырғыһыҙ түгел, тик яңы кешеләр, яңы боролош һәм ваҡыт талап итә. Нисек кенә булмаһын, ауыр һуғыш мәлендә лә, еңел ваҡытта ла бер хаҡиҡәтте иҫтән сығарырға ярамай: беҙ был ерҙә – ҡунаҡ ҡына, ә сәнғәт, нимә генә тимәһендәр, мәңгелек!
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Читайте нас: