Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 14:24

“МИН УЛЫМДЫ СӘХНӘНӘН КҮРГЕМ КИЛӘ”

“МИН УЛЫМДЫ СӘХНӘНӘН КҮРГЕМ КИЛӘ”Артур Ишмөхәмәтов нисек билдәле актер булып киткән?Үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып, мөкиббән китеп эшләгән кешеләр тыштан ғына түгел, эстән дә балҡып тора. Башҡорт рухлы ижад кешеләре – Башҡортостанымдың йөҙөк ҡаштары ул. Бөгөн иһә тап шундайҙарҙың береһе, ғаиләм, эшем, республикам тип янып йәшәгән шәхес, ҡалала эшләп килгән Рус драма театры актеры, Стәрлетамаҡта ғына түгел, баш ҡалабыҙ Өфө сәхнәләрендә лә һөйөү яулаған Артур Сафа улы Ишмөхәмәтов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Сәнғәт академияһында имтихандар
алдан булған...
– Күптәр бала сағында актер булырға хыяллана, ә һеҙҙең ундай хыял бар инеме?
– 2003 йылда Сибайҙа “Ирәндек” лицейын тамамлағас, минең өсөн ике юл бар ине – йә медицина (хирург, стоматолог), йә сәнғәт академияһы. Атай-әсәй менән ҡайһыныһына беренсе инәм – шул юл менән китәм, тигән ҡарарға килдек. Сәнғәт академияһы (Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) имтихандарҙы бер айға алдараҡ үткәрҙе, шуға актер булып киттем (көлә). Сәнғәттә үтһәм дә, әлбиттә, медицина университетына ла имтихан биреп ҡарарғамы, тигән һорау ҙа булды. Тик академияла ижади мөхитте күреп, театр – киләсәгем икәнлеген аңланым. Яҡындарым, Аллаға шөкөр, ҡаршы булманы. Атайымдың: “Мин улымды сәхнәнән күргем килә”, – тигән һүҙҙәре дәрт кенә өҫтәне.
Уҡып бөткәс, 2007 йылда, Стәрлетамаҡҡа килеп, башҡорт драма театрында эш башланым. Спектаклдәрҙә уйнау менән бер рәттән төрлө концерттарҙа ла ҡатнаштым: тәүҙә ҡала, артабан республика кимәлендә. 2010 йылда Рус драма театры үҙҙәренә саҡырҙы һәм шул уҡ йылдың ноябренән унда эшләй башланым.
– Артур, нимә ул һеҙҙең өсөн – театр?
– Уҡырға барғас та йүнләп сәнғәт донъяһының нимә икәнлеген белмәй ҙә, аңламай ҙа инем әле. Әлбиттә, ҡыҙыҡ булып китте, күберәк өйрәнге килә башланы. Шул ваҡыт курсыбыҙҙың етәксеһе Фәрдүнә Ҡасимова: “Мин һеҙҙең ҡанығыҙға ағыу ебәрҙем – ул ағыуҙың исеме – театр”, – тине. Шул мәлдән кескәй генә ролдәргә инеп, ролдәрҙәге кисерештәр аша остазымдың әйткән һүҙҙәренә инана башланым. Күпме йылдар үткәс, мин дә, театр – “ағыуҙыр” ул, тип уйлайым. Бер тапҡыр тәмләп ҡарайһың икән – кире юл юҡ. Саҡ ҡына уйнамай торһаң, сәхнә, уйнаған ролдәр, тамашасыларҙың ҡул сабыуҙары һағындыра башлай. Хәҙер инде ғүмерлеккә “театромания” диагнозы менән йәшәргә тура килә.
Етди һөнәр кеүек тойолмай ине
– Шулай ҙа ҡасан актер икәнлегегеҙҙе аңланығыҙ? Ниндәйҙер спектаклдән һуң йәки уйнаған ролдән һуң “мин – актер” тигән уй килдеме?
– Иң беренсе этәргес көс булып, әлбиттә, атайым һәм лицейҙа уҡытҡан башҡорт теле уҡытыусыһы Нәзиә Сөләймән ҡыҙы тора. Минең рухи үҫешемә улар бик күп көс һалды. Әҙәбиәткә, ижадҡа тартымы булһын тип, 9-сы кластан һуң мине конкурстарҙа, байрамдарҙа ҡатнашырға өгөтләй башланылар. Бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, фольклор ансамблендә йырланым, шиғырҙар ҙа яҙҙым... 10-11-се кластарҙа Рәми Ғарипов, Салауат Юлаев ролдәрен уйнай башлағас, ошо шәхестәрҙең, бәләкәй генә булһа ла өлөшөн үҙең аша үткәреп, тамашасыға алып барып еткергәндән һуң, күңел өсөн рәхәтлек һәм ләззәт ала торғайным. Ошонан башланды ла инде минең сәнғәткә булған һөйөү.
Тик үҙемдең ысын актер икәнлегемде, баштараҡ әйтеүемсә, сәнғәт академияһының 3-сө курсында ғына аңланым. Был йылды мин ныҡлап киләсәгемде уйлауға тотондом һәм башыма төрлө уйҙар килә башланы. Актер һөнәре етди һөнәр түгел кеүек тойола ине. “Дөрөҫ юл менән бараммы?!.” – тигән һорауҙар йонсотто. Ошо ваҡытта донъяны, үҙенең уҡыусыларын яҡшы белгән уҡытыусыларым Гөлсәсәк Саламатова һәм Римма Харисова ярҙамға килделәр. Барыһын да аңлатып, кәңәштәр биргәс, тынысланып, яңы пландар, маҡсаттар менән 4-се курсты уҡып алып киттем.
– Иҫегеҙҙә ҡалған роль һәм ни өсөн?
– Улар – икәү. Беренсеһе студент саҡта уйналды. Уҡытыусым: “Артур, һин киләсәктә тик ыңғай ролдәр уйнаясаҡһың. Әйҙә, ҡапма-ҡаршы ролдә уйнап ҡара әле. Үтеп сыға алырһыңмы икән”, – тине һәм Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклендә Ялсығол ролен уйнаным.
Артабан әле эшләгән театрҙа Шварцтың “Тень” тигән спектаклендә христиан Теодорҙың Шәүләһе роле бик ныҡ тәьҫир итте. Был – кире роль. Ул һәйбәт кешенең нисек насар кешегә әйләнеүен күрһәтә. Режиссер хатта был ролдә “Гитлерҙың яңынан тыуыуын һәм үҫешен күрһәтергә кәрәк”, тине.
Ошо ролдәрҙән һуң, актер бер генә юл менән барһа, ижади үҫеш юҡ икәнлеген аңланым. Мөмкинлек һәм теләк бар икән, башҡа төрлө ролдәрҙә лә уйнап, үҙеңде һынап ҡарарға, бар яҡлап та үҫешергә кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙ булып уйнаған
– Һеҙ ҡатын-ҡыҙ ролдәрен дә уйнағанығыҙ бар. Бындай ролдәр нимәһе менән айырыла? Ҡыҙыҡлыраҡмы, тормошҡа ашырыуы ауырыраҡмы?
– Ҡатын-ҡыҙ роленә ингәндә, миңә ҡалһа, гүзәл заттың үҙен тотошон, һөйләшеүен күҙәтергә, өйрәнергә кәрәк. Ир-егет ролен үҙең ир кеше булғас белеп тораһың, образға керәһең дә артабан нимә эшләр, нимә әйтер икәнлеген алдан тойомлайһың. Ә ҡатын-ҡыҙ образы ҡырҡ ҡырлы, биш минут эсендә кәйефте генә лә биш төрлөгә әйләндерергә кәрәк. Шулай ҙа ролдәрҙе тормошҡа ашырыуы ауыр түгел, ә ҡыҙыҡ булды. Кейемдәрен кейеп, биҙәнеп ҡарағас, ҡатын-ҡыҙ булыуы бигерәк ҡыйын икәнлеген аңланым. Был ролдәрҙе уйнағанда минең өсөн иң ауыры – бейек үксәле туфли кейеү, бигерәк уңайһыҙ аяҡ кейеме икән!
– Һеҙ театрға ҡарағанда алып барыусы һөнәрен яҡыныраҡ күрәһегеҙ, тип әйтһәк дөрөҫ булырмы?
– Юҡ, алып барыусы булғанда ла мин театрлаштырылған сценарийҙарға өҫтөнлөк бирәм. Ниндәйҙер образға таянып, шул образға инеп эшләргә яратам. Әлеге ваҡытта алып барыусы эшен туҡтатып торорға ла уйлайым.
– Башҡорт театрынан рус театрына күсеүе ауыр булдымы? Мөхит алмашыныуын нисек кисерҙегеҙ?
– Рус театрынан саҡырыу алғанда мин башҡорт театрының бер нисә спектаклендә төп ролдәрҙе уйнай инем һәм киләсәккә пландар ҙа күп ине. Әйтергә кәрәк, был аҙымға барыу еңел булманы, әммә үҙемде икенсе төрлө мөхиттә һынап ҡарағым килде, донъя драматургияһы өлгөләрендә уйнарға хыяллана инем. Шуға театрҙың ул саҡтағы художество етәксеһе Азат Йыһаншин менән кәңәшләштем дә күстем. Бында килгәс тә Островскийҙың “Правда – хорошо, а счастье лучше” тигән спектакленән төп роль бирҙеләр. Һынап ҡарайҙар, шикелле, тигән уй килде. Платон Зыбкин – ул һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләгән, дөрөҫлөктө бар нимәнән дә өҫтөн ҡуйған ыңғай социаль герой.
Ауыр булды. Башҡорт театрынан килгәс тә – төп роль. Башҡа актерҙар ҙа килеп ҡарап тора, телмәр менән дә ҡыйынлыҡтар сыға, акцент та бар ине. Әммә етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләй торғас, яңы мәктәптә лә өйрәнеп киттем.
Авариянан һуң
– Һеҙ бынан бер нисә йыл элек аварияға осранығыҙ. Был ваҡиға актер карьераһында эҙһеҙ үтмәгәндер.
– Эйе, тормош һынауҙарын биреп тора. Бындай ауыр ваҡыттарҙа тәү осраҡта ғаилә күҙ алдына баҫа: балаларҙы үҫтерергә, яңы ғына алып, ремонт эшләп сыҡҡан фатирға ипотеканы түләргә... – барыһы ла уйланыла. Аллаға шөкөр, ҡатыным иң ҙур өмөттәр уятып, һулып төшөргә юл ҡуйманы. Дуҫтар, туғандарҙы әйтеп тораһы ла түгел, бар яҡлап та ярҙам иттеләр. Бергә эшләгән актерҙар, режиссер килеп, директор шылтыратып “аяҡҡа баҫасаҡһың, ҡайғырма” тип, мин ҡатнашҡан спектаклдәрҙе “туңдырып”, туҡтатып торҙолар. Шулай уҡ, ошо хәлемә ҡарамай, Рита Өмөтбаева ла концерттарға саҡыра торғайны. Бындай ваҡытта үҙеңдең кәрәклегеңде тойоу шул тиклем ярҙам итә, тиҙерәк аяҡҡа баҫып, эшеңде яңы көс, уй-ниәттәр менән дауам итергә, тигән өмөт, дәрт уяна. Аяҡ һынғас, кире сәхнәгә сыға, уйнай алырмынмы, тигән борсолоуҙар һауыҡҡансы китмәне. Шөкөр, төп асылымда ҡалдым.
– Гәзит уҡыусыларға, тамаша-сыларға әйтер һүҙегеҙ ҙә барҙыр.
– Бөгөн тамашасы театрҙың кәрәклеген, уның тәрбиәүи өлөшө ҙур икәнлеген аңлай башланы, бигерәк тә ата-әсәләр. Сөнки балалар көн дә телефон йә компьютер алдында ултыралар, театр, концерт кеүек кисәләр менән ҡыҙыҡһынмайҙар. Шуға хәҙер уларҙы ҡурсаҡ театрына, балалар өсөн булған концерттарға йөрөтөргә тырышалар. Театр – ул балаларға ғына түгел, ә ололар өсөн дә тәрбиә, ижади, рухи үҫеш мәктәбе. Театрға күберәк йөрөгөҙ!
– Артур, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ижади киңлектәрегеҙ һәр ваҡыт аяҙ һәм яҡты, барлыҡ ролдә-регеҙ – төп, тамашасыларығыҙ – тоғро, ә алҡыштар көслө булһын!
Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА әңгәмәләште.
Читайте нас: