Матбуғат кәңәшмәһе алдынан Харис Зәбих улы театр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән журналистарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Арта-бан кинорежиссер, сценарист, театраль режиссер Сергей Станиславович, журналистар биргән һорауҙарҙың һәр береһенә ентекле туҡталып, төплө яуаптар бирҙе. Әйткәндәй, Санкт-Петербург, Мәскәү театрҙары менән даими хеҙмәттәшлек итеүсе һәләтле режиссерҙың Стәрлетамаҡҡа тәүге тапҡыр килеүе икән. Ул әле беҙҙең театрҙа Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштерә. Спектаклдең премьераһын 31 ок-тябрҙә ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Матбуғат конференцияһынан һуң Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры үҙенең 29-сы ижад миҙгелен Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы менән асты. Режиссер Рөстәм Хәкимов ҡуйған әҫәрҙе тамашасы ифрат йылы ҡабул итте. Спектаклдең башынан аҙағынаса дәррәү алҡыштар туҡтаманы, тамашасы рәхәтләнеп, илағансы көлдө.
Артистарыбыҙ, һәр ваҡыттағыса, ролдәрҙе юғары профессиональ оҫталыҡ менән башҡарҙы.
Рәхмәт һиңә, яратҡан театрыбыҙ! Һәр ваҡыт тамашасыларың һөйөү тулы йөрәк менән һиңә ашҡынһын әйҙә!