Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 12:25

Фәим Әхмәтйәнов: «Минең өсөн ҙур һәм бәләкәй ролдәр юҡ!»

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәим Әхмәтйәнов тирә-яҡтан тауҙар уратып алған, сылтырап ағып ятҡан тау йылғаһы Рәүҙәк буйында, хозур тәбиғәтле Ишембай районы Ибрай ауылында 1964 йылда донъяға килә. Атаһы һуғыш ветераны Әбделғәни Ибраһим улы, әсәһе Разида Закир ҡыҙы 11 балаһына ла өлгөлө тәрбиә биреп, егәрле итеп үҫтерҙеләр.

Атаһынан күргән уҡ юнған тигәндәй, Фәим бар эшкә лә маһир булып үҫте: гармунда ла уйнай ине, ҡумыҙҙа ла һыҙҙыра, атаһынан умартасы һөнәрен дә үҙләштерҙе, автомеханик та булып китте. Атаһы Әбделғәни бабай бар Ибрай урамын йәмләп, моңло йырҙар йырлар ине. Ошоно күреп, тыңлап, бар тәбиғәт матурлығын, һандуғас моңон күңеленә һеңдереп үҫкән Фәим үҙе лә йырларға яратып үҫә. Егәрле егет күршеләре менән бергәләп, гармунда ла һыҙҙырырға өйрәнде. Ошо һөнәре бар ғүмере буйына әрме сафында ла, мәктәп йылдарында ла бар сараларҙа әүҙем ҡатнашып йәшәргә ярҙам итә. Данлыҡлы шәхестәр – Ноғман Мусинды, Әнисә Таһированы, Эльмира Сәсәниәне, Әмир Гәрәевты, БР мәҙәниәт министры Тәлғәт Сәғитовты, профессорҙар Камил Вәлиевты, Әхәт Вилдановты, хәрби эшмәкәрҙәр Әмир, Гәрәй, Мохтар Ҡарамышевтарҙы, яҙыусы, журналист Фаяз Йомағужиндарҙы биргән бай тарихлы Маҡар мәктәбендә белем алды Фәим.

Әрменән ҡайтҡан егеткә Кинйәкәй ауылында мәктәп директоры булып эшләгән Зәйтүнә апаһы күңел түрендә йөрөткән йәшерен хыялын тормошҡа ашырырға – артислыҡҡа уҡырға инергә ярҙам итә.
Фәимгә сәнғәт институтында арҙаҡлы шәхестәр Рифҡәт Исрафилов, Илшат Йомағолов, Тамара Хоҙайбирҙина, Ирина Филиппова, Таңсулпан Бабичевалар ҡулында белем алыу бәхете тейә.
1991 йылда дипломлы белгес, яҡташы Гөлдәр Ильясова, остазы Илшат Йомағолов саҡырыуы менән Стәрлетамаҡта яңы ғына асылған Башҡорт драма театрына килеп, башкөллө эшкә сума. Һомғол буйлы, сибәр йырсы, талантлы фактуралы артисҡа беренсе көндәрҙән үк төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар. Сағыу театр донъяһына ул Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр» спектаклендә Ғилметдин роле менән инеп китә. Тапҡыр һүҙле, ташып торған энергияһы менән айырылып торған йырсы Фәим театр сәнғәтен береһенән-береһе сағыуыраҡ образдар менән балҡытып ебәрә – 28 йыл эшләү дәүерендә ул ҡырҡлаған киң ҡырлы образдар ижад итә: Р. Рафиҡовтың «Энтузиас»ында председатель, В. Шекспирҙың «Король Ричард -III» трагедияһында Ричмонд, Н. Иҫәнбәттең «Хижрәт»ендә майор Ишмырҙин, И.Дилмөхәмәтов һәм А.Дилмөхәмәтоваларҙың «Ҡаһым түрә» трагедияһында Ҡаһым түрә, Т. Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» комедияһында Исмәғил, М.Фәйзиҙең «Аҫылйәр»ендә Искәндәр бай, И.Абдуллиндың «Эх, Өфө ҡыҙҙары»нда Шаянғол, Б.Рафиҡовтың «Париж башҡорто» драмаһында Муса, Ж.Мольерҙың «Ирекһеҙҙән табип» комедияһында Жеронт, А.Хөсәйеновтың «Бән-дәбикә менән Ерәнсә сәсән»ендә Мәмбәт тархан ролен берҙәй үк профессиональ кимәлдә оҫта башҡара. Киң ҡырлы талант эйәһе Фәим Әхмәтйәнов үҙенә генә хас моңло тауышы менән музыкаль спекталдәрҙә лә, таргедияларҙа ла, комедияларҙа ла сағыу образдар тыуҙырыуға өлгәшә. Һәләтлегә киңлектәр юҡ тигәндәй, ул «Актер йыры» республика конкурстарында ла йырлап, лауреат исемдәрен яулай. «Минең өсөн ҙур һәм бәләкәй ролдәр юҡ, актер барыһын да үҙенсәлекле, һәләтле итеп башҡара белергә тейеш», – ти ул.

Фәим Әхмәтйәнов 1994 йылда Ф. Бүләковтың «Онотолған доға»һында төп роль Томанды башҡарып, «Театр яҙы – 1994» республика театрҙар фестивалендә «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһын яулауға өлгәшә. Был спектакль һәм Фәимдең сағыу роле Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының «алтын фонды»на инә. Ошо ғына ла уның киң ҡырлы образдар тыуҙыра белеүсе һәләтле актер булыуын дәлилләй.

Йылдар үткән һайын актерҙың багажы байығандан-байый бара. «Иң иҫтә ҡалған ролдәрем Мәмбәт тархан, Томан, Ҡаһым түрә, Ричмонд”, – ти Фәим. Сәнғәт донъяһында балҡытҡан ролдәре, һалған хеҙмәте өсөн Әхмәтйәнов 2004 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән исемгә лайыҡ булды.

Үҙенә генә хас һәләткә эйә актер Фәим Әхмәтйәнов сәнғәт донъяһында ла, тормошта ла бик бәхетле – педагог ҡатыны Әбйәлил ҡыҙы Хөснә менән бик матур ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ҡыҙы Азалия атаһының юлынан китте – Өфө сәнғәт академияһын тамамлап, театр белгесе булып сыҡты, әлеге көндә ул үҫтерә, тормош иптәше лә сәнғәт кешеһе. Улы Аяз БДУ-ның 1-се курс студенты, хоккей менән шөғөлләнә. «Һөйөклө ҡатыным Хөснәгә ҙур рәхмәтлемен, – ти Фәим, – бар уңыштарым, ижади ҡаҙаныштарым, балалар тәрбиәләү уның ярҙамында. Ижади үрҙәрем дә, башҡарылған ролдәрем дә, бәхетем дә, шатлығым да – театр донъяһы, ғаиләм, яратҡан ҡатыным, балаларым», – тип тә өҫтәп ҡуя талантлы артист. Шулай, күңел түңәрәклеге, гармония, йән тыныслығы матурлыҡҡа, ижади үрҙәргә илтә. Бәхетле атай-олатай ҙа, һәләтле актер ҙа, моңло йырсы ла, һөйөклө ир ҙә, туғандарына ярҙамсыл ағай ҙа, ҡусты ла булып, ролдәрен тормошта ла яҡшы атҡарған яҡташым, ауылдашым Фәим Әхмәтйәновҡа артабан да театр сәнғәте күген балҡытыр яңынан-яңы сағыу ролдәр, ижади уңыштар теләп ҡалам.
23 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Фәим Әхмәтйәновтың Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә ижад кисәһе үтә. Актерҙы байрамы менән тәбрикләргә «Каруанһарай» төркөмө егеттәре, Риза Мәһәҙиев, Светлана Хәкимова, Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар ҙа килә.
Римма ХӘЙБУЛЛИНА, ауылдашы, һабаҡташы.
Читайте нас: