Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
11 Ғинуар 2020, 14:20

Драматургияға өмөтлө йәштәр килә

Кисә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында йәш драматургтар өсөн драматургия семинары башланды. Семинар өс көн дауамында барасаҡ, ул 12 ғинуарҙа тамамлана.

Мәғлүм булыуынса, беҙҙә театраль лаборатория эшләп килә. Йәш драматургтар семинары иһә беҙҙә беренсе тапҡыр уҙғарыла. Ул йәштәргә яҡшы әҫәрҙәрҙе йыйып тәҡдим итә. атап әйткәндә, йәш драматургтар Зиннур Сөләймәнов етәкселегендә "Ниәттән – сәхнә әҫәренә тиклем" тип аталған өс көнлөк интенсив курс үтә.
Йәш драматургтар семинарында театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов, ҡуйыусы режиссер Зиннур Сөләймәнов, билдәле драматург Сәрүәр Сурина, БашДУ Стәрлетамаҡ филиалының 5-се курс студенттары Рәфис Ҡуйбағаров, Алина Сәлихова, 2-се курс студенты Гөлназ Мөхәмәтйәнова, “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Айбулат Сәсәнбаев һәм башҡа йәш көстәр өс көн дауамында пьеса өҫтөндә эшләйәсәк. Әле тағы ла Өфөнән Айлибаныу Ҡаһарманова, Рәшит Зәйнуллин, Алина Әхмәтшиналарҙың килеүе көтөлә.
Билдәле драматург Сәрүәр Сурина, әйҙәүсе булараҡ, йәш театралдарға оҫталыҡ дәрестәрен алып барасаҡ, тиһәк тә була. Семинар башлап яҙыусы йәштәрҙең әҫәрҙәрен уҡыу, анализ яһау һәм уларҙы шымартыу буйынса кәңәштәр биреү һәм драматургия ҡанундарын өйрәнеү буйынса эшләйәсәк.
Республика драматургия секцияһы яҙыусылар менән берлектә драматургияны юлға һалыу өҫтөндә эшләй. Сәрүәр Рәшит ҡыҙы әйтеүенсә, бындай семинарҙарҙа урта ҡуллы, яҙыша белгән йәки белмәгәндәр ҙә ҡатнашырға тейеш, шулар араһында барыбер таланттар табыласаҡ. “Башығыҙҙан фәрештә һыйпаһын!” - тип өндәште әҙибә йәштәргә. - Драматург ул – философ та, шағир ҙа, романсы ла булырға тейеш. Ул - стратег. Уның персонаждары кире һәм ыңғай образдар менән эшләй. Йәштәр кире образдан ҡурҡмаһындар. Драматургия – ул иң юғары пилотаж.
Театр әһеле йәштәрҙе, илһам ҡанаттарын елпеп, ҡурҡмай алға барырға саҡырҙы: “Һәр нәмәнең дә бер тәртибе булған кеүек, драматургияның үҙ конструкцияһы бар. Ошо өс көндә баш ҡалҡытмай эшләргә тейешбеҙ”.
Театрҙың художество етәксеһе Айҙар Марат улы әйтелгәндәр һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп үҙ теләктәрен еткерҙе:
  • Элек драматургтар беҙҙең арттан ҡалмай баҫтырып йөрөй ине, хәҙер, киреһенсә, үҙебеҙ уларҙы эҙләйбеҙ. Семинарға күп өмөттәр бағлайбыҙ. Бындай драматургия семинары әлегә бер ҡайҙа ла юҡ. Йәштәргә аҡ юл, илһам, ижад ҡомары теләйем. Һәр эшкә лә ниәтләү кәрәк. Эшкә тотонғанда ижади ихтыярҙың булыуы мөһим.
  • Ошо өс көн эсендә беҙ идеянан сәхнә әҫәренә тиклем эшләйбеҙ, - тине Зиннур Фәрит улы. - Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда яңы пьесалар яҙыусылар бик аҙ. Оло быуын яҙыусылары яйлап китә, ә уларға алмашҡа яңы ҡарашлы йәш быуын үҫеп килә. Улар бар, Аллаға шөкөр! Ниһайәт, драматургияға йәштәр килә.
  • Тимәк, тҽатрҙың киләсәгҽ өмөтлө. Йәш драматургтар семинары республикала драматургия үҫешенә этәргес көс бирер тигән өмөттә ҡалайыҡ.
    Роза ҠОБАҒОШОВА.
    Читайте нас: