Тик үлсәһәң һәр бер миҡдарын,
Хәҡиҡәт тә түгел бик ҡиммәт,
Ҡиммәт уға барыр юлдарың.
Эҙләр булһаң — ҡара алыҫҡа,
Төҙөр булһаң — ятма ояла.
Донъя сикһеҙ бөтә тарафҡа,
Бөтәһе лә мөмкин донъяла!
Ҡәһәрләп тә уны, һөйөп тә
Ҡосаҡҡа ал ташҡын ағымын.
Тик күҙәтмә уны бейектән.
Тыуыр көнгә илтһен аҙымың.
Хаҡлыҡ күрмәҫ һинең йөҙөңдө.