Бөтә яңылыҡтар
20 Май 2020, 23:48

Башҡортостанда ирекмәндәрҙең Евразия форумы үткәрелә

Был турала республика ирекмәндәре менән онлайн осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Әңгәмә барышында Ҡаҙағстандан һәм Ҡырғыҙстандан ирекле ойошмалар вәкилдәре коронавирус пандемияһы осоронда кешеләргә ярҙам итеү тәжрибәһе менән бүлеште. Республика Башлығы башҡарылған эштәр менән ирекмәндәрҙең ҙур Евразия форумында уртаҡлашырға тәҡдим итте. Форумды ойоштороуҙы Радий Хәбиров БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығына йөкмәтте.
- Әйҙәгеҙ август-сентябрҙә Өфөлә барлыҡ Евразия илдәренән делегация ҡатнашлығында ирекмәндәр слеты йәки форум үткәрәйек, - тип белдерҙе төбәк Башлығы. - Әйҙә йәштәр тәжрибәләре менән уртаҡлашһын, аралашһын, хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумдарға ҡул ҡуйһын. Беҙгә бер-беребеҙҙән өйрәнерлек нәмәләр бар, тип ышанам. Һеҙҙе Башҡортостанда көтәбеҙ!
О.Яровиков фотоһы.
Читайте нас