Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 14:40

Салауат көндәре онлайн-форматта үтә

Быйыл башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, Башҡортостанда Салауат көндәрен онлайн-форматта уҙғарырға ҡарар ҡабул ителде. Был турала БР хөкүмәте матбуғат хеҙмәте «Башинформ» агентлығына хәбәр итә.12-16 июндә Салауат көндәрен байрам итеүгә республиканың бөтә район-ҡалалары ҡушыласаҡ. Бик ҙур саралар планы әҙерләнгән.

Республика милли музейы базаһында видеоконференция режимында «Герой һәм шағир. Башҡортостан тарихында Салауат Юлаев шәхесе роле» темаһына фәнни-ғәмәли конференция уҙарыласаҡ.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙенең ютуб-каналында Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһын күрһәтәсәк, ә БР Милли симфоник оркестры үҙенең каналында «Салауат Юлаев» операһына увертюра баҫтырып сығарасаҡ.
Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры театрҙың архив фондынан «Салауат. Өн аралаш төш» (режиссеры Азат Нәҙерғолов) спектаклен күрһәтәсәк.
Нефтекама дәүләт филармонияһы Салауат Юлаевың тормошона һәм ижадына арналған «Оран» музыкаль-поэтик программаһын әҙерләгән.
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы урындағы республика телеканалдарында документаль фильмдар күрһәтеү эштәрен ойоштора. Картиналар иҫәбендә - «Салауат Юлаев көндәре» (режиссеры Малик Яҡшембәтов), «Мин - Салауат» (режиссерҙары Г. Шеваров, А.Морозов), «Һынмаған рух» (режиссеры Әмир Абдразаҡов).
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Ғәскәров мираҫы» концерт яҙмаһы һәм Марат Кәримов ҡуйған «Салауат» бейеүе менән һөйөндөрмәксе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты инстаграмда шиғырҙар конкурсы уҙғарасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендәге һөнәри белем биреү учреждениелары Салауат Юлаевҡа арналған тематик концерттар һәм күргәҙмәләр ойоштора, шулай уҡ Салауат Юлаев тураһында йырҙар башҡарыу, милли батырыбыҙ һәм шағир- импровизаторҙың шиғырҙарына флешмоб ойоштора – уларҙы уҡыусылар дистанция форматында уҡыясаҡ. Сибай сәнғәт колледжы «Батырҙар иле» һүрәттәр конкурсы уҙғара.
БСТ телеканалы милли батырыбыҙға арналған фильмдар һәм тапшырыуҙар әҙерләгән.
Р.САФИНА әҙерләне.
Читайте нас