Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
30 Июль 2021, 10:55

Стәрлетамаҡта ике яңы балалар баҡсаһы.

Стәрлетамаҡта 260 һәм 90 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ.

Стәрлетамаҡта ике яңы балалар баҡсаһы.
Стәрлетамаҡта ике яңы балалар баҡсаһы.

Мәғариф учреждениелары “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлә. 
Төҙөлөш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 260 урынлыҡ балалар баҡсаһында 12 төркөм, 90 урынлыҡ балалар баҡсаһында- дүрт төркөм эшләйәсәк. Балалар баҡсаларында кескәйҙәр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Яҡты,сағыу төҫтәр менән биҙәлгән төркөмдәр, йоҡо, йыуыныу, кейем алмаштырыу бүлмәләре һәр береһе өсөн ысын әкиәт донъяһы кеүек. 
260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы Стәрлетамаҡта иң ҙуры буласаҡ. Уның майҙаны 4 мең квадрат метр тәшкил итә. Ике учреждение өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 277 миллион һум аҡса бүленгән. 
#миллипроекттар#национальныепроекты#Стәрлетамаҡ#Ашҡаҙаргәзите

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: