Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 13:05

Бәлә көтөп тормай.

Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында янғын....

Бәлә көтөп тормай.
Бәлә көтөп тормай.

Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында янғын хәүефһеҙлеге айлығы сиктәрендә, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү һәм янғын сыҡҡан осраҡта кешеләрҙе эвакуациялау буйынса практик әҙерлек тикшерелде. Дөйөм коллективҡа ойошторолған уҡыу-күнекмә эвакуациялауға ҡаланың 40-сы янғын һүндереүсәләре лә йәлеп ителде. 
Эвакуациялауҙа колледж хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, студенттар әүҙем ҡатнашты.
- Студенттар янғын һүндереүселәрҙең сығыштарын ҡыҙыҡһынып тыңланылар, үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙарға яуап алдылар, уларҙың техникаһы һәм ҡоролмаларының төрҙәре менән яҡындан танышты.Бындай күнекмәләр беҙҙә йыл һайын тиерлек үткәрелеп тора, янғын һүндереүселәр колледж коллективының ошондай хәл осрағына әҙерлеген тикшерә. Балалар һәм коллектив бындай осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы белә. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында улар юғалып ҡалмаясаҡ - тип бүлеште үҙенең фекере менән граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса директор урынбаҫары Петр Милованов.

Радмир Жданов фотолары.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: