Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
14 Октябрь 2021, 18:30

ҠАЙТЫУ. Лилиә Ғәниева.

Йәйге төн ҡыҫҡа шул. Гүйә ай, үҙенең сихри нурын ергә һирпеп кенә ҡуя ла, яңы таңдың илсеһе - ҡояш менән бер мәлгә генә күрешеү хаҡына үҙ хакимлығын уға тапшырырға ашыға. Көндәр, төндәр, айҙар, йылдар бер-береһенә ялғанып ғүмер үтә, мәңгелектең ағышы шулай туҡтауһыҙ дауам итә. Был – йәшәйештең бер нисек тә үҙгәртеп булмай торған ҡануны...

ҠАЙТЫУ. Лилиә Ғәниева.
ҠАЙТЫУ. Лилиә Ғәниева.

Фазулла бөгөн ниһайәт үҙ илендә таң аттырҙы. Бала саҡтағылай лапаҫ башында, хуш еҫле бесән өҫтөндә аунап үткәрҙе төндө. “Олатай, кит әле, кем хәҙер аҙбар башында йоҡлай, рәхәтләнеп ял ит өйҙә”,- тип ихласлап өгөтләһәләр ҙә, үҙ һүҙендә ныҡ торҙо кисә.

Эйе, күктә емелдәшкән йондоҙҙар менән серләшергә, ғүмерлеккә күңеленә һеңгән тыуған яҡ ауаздарын тыңларға зар-интизар булып ҡайтты Фазулла. Ана, Ҡараһыу ярында кемуҙарҙан ҡоштар һайраша, тулҡындарҙың бер-береһен ҡыуышып сылтыр-сылтыр ағыуы ишетелә. Йә арғы оста, йә биръяҡта әтәстәрҙең ярышып һөрән һалыуы, хатта кесерткән араһында үҙ ғәме менән көн күргән сиңерткәләр сыңы ҡалай ныҡ, үҙәккә үтмәле итеп һағындырған…

Таң һарыһы беленер-беленмәҫтән Кәримә өйҙән килеп тә сыҡты. Серем итергә өлгөрҙөмө икән һуң, бахырҡай. Ана, ялан кәртәлә көйшәнә-көйшәнә һәүкәштәре көтә уны, безәүкәйҙәр сабырһыҙланып ызылдай – тиҙерәк әсәләренә ҡушылмаҡсылар инде улары. Биҙрәлә һөт тамсылары бейешкәнен, урам буйлап көтөү үткәнен, өр-яңы көндөң тәүге иләҫ-миләҫ ауазын ишетеп-тойоп ятыу сикһеҙ рәхәт Фазуллаға. Әйтерһең дә, ул әле малай ғына, ә ихатала йүгерә-атлап әсәһе йөрөй. Тиҙҙән әсәһе усаҡ тоҡандырып ебәрер ҙә, картуф йә йомортҡа бешерер, боҫрап ултырған самауыр янына хуш еҫле икмәк, яңы айыртҡан ҡаймаҡ ҡуйып, наҙлы тауышы менән: «Әйҙә, улым, уян, сәй эсергә төш», - тип өндәшер кеүек…

Кәримә тилбер, сос хәрәкәттәр менән иртәнге ваҡ-төйәк эштәрҙе теүәлләп йөрөй. Хужабикәнең таһыллығы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. “Хәс беҙҙең элекке еңгәйҙәргә оҡшаған...” – эстән генә шулай уйлай Фазулла.

- Хәйерле иртә, Кәримә туғаным!

-Аһ, ҡалай иртәләнең ул, олатай! Ҡала кешеһе ни төшкә тиклем йоҡлар әле, тип уйлағайнымсы... Ярай, бик йәтеш булды. Самауырым шыжлап ултыра, ана,

йыуынғысҡа бит-ҡулды сайырға имшеү һыу ҙа ҡойғанмын. Хәҙер рәхәтләнеп, тәмләп кенә сәй эсербеҙ, - тип йылмайҙы Кәримә.

Фазулланың туған-ырыуы күптән ситкә таралып бөткән. Ярай әле, нәҫел ебе бөтөнләй үк өҙөлмәгән. Ошо алсаҡ йөҙлө Кәримә исемле туғаны заманында «эреләтелгән» яңы ауылда төпләнеп, кейәү бала менән һәүетемсә генә донья көтөп ята. Йорт хужаһы ҡырҙа эштә икән. «Ә мин ошо райондан бер ҡайҙа ла сыҡҡаным да юҡ»,- тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйҙы Кәримә. Көтмәгәндә килеп төшкән ҡунаҡты бер ҙә ят итеп тормай, ихлас ҡаршыланы, өлтөрәп йөрөп күрше Кинйәбай бабайҙы әбейе менән кискелеккә ашҡа саҡыра һалып алды. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Кинйәбай ағай ҡасандыр Фазуллаларға ут күрше булып йәшәне. Теремек, йор һүҙле кеше ул. Олоғайһа ла, һыр бирмәй әле, ҡарыуы ла, зиһене лә ҡайтмаған. Уның менән донья хәлдәре тураһында гәпләшеп ултырыу үҙе бер ғүмергә тиң булды.

- Хәҙер ни, ауылда ла тормош үҙгәрҙе. Беҙҙең йәш саҡтағы кеүек, колхоз-совхоз эшендә йөрөү юҡ. Йүнселдәр техника, ҡуртымға ер алып, үҙ эше менән мәшғүл. Тик яғыулыҡ яғы наҡыҫ, заправка булмағас, район үҙәгенән барып алырға тура килә. Егәрлеләр мал көтә, умарта тота. Банктан кредитын да бирәләр. Беҙгә, ҡарттарға, ай һайын пинсийә килеп тора, ашарыбыҙға етә, - тип тыныс ҡына хәбәрен теҙгәс, әүәлге ғәҙәтенсә шаяртып та алды: - Бына күреп тораһың, Гөлбикә еңгәйең «ҡыҙҙарыңа биргеһеҙ», шап-шаҡтай әле, күҙ теймәһен үҙенә. Шөкөр итеп кенә йәшә лә йәшә инде. - Уйланып ултыра биргәс, йәнә һүҙ башлай:

- Һеҙ бәләкәй саҡта балаларҙы уҡытыу, ҡырға ебәреү ҡыйын ине бит. Хәҙер ни, ана, автобусҡа ултыра ла китәләр, бәғзеһендә машина ла бар. Ялға ҡайтһалар, яланға сығып, ҡолаҡ телефонынан һөйләшә башлайҙар. Ҡарамалы яланын хәтерләйһеңдер әле, ҡустым, хәҙер уны «мегафон яланы» ти ҙә ҡуялар. Ус аяһындай аппараттарын тотоп, торалар юл сатында теҙелешеп. Дә-ә, һеҙ ыҙалыҡ менән ҙурайҙығыҙ шул. Ныҡышып кеше булдығыҙ. Тик юлһыҙлыҡтан, алыҫлыҡтан ялҡҡанһығыҙҙыр инде, атай нигеҙен ташлап, сит яҡтарҙа оя ҡорҙоғоҙ…

- Шулай насип иткәндер инде, Кинйәбай ағай. Ризыҡ йөрөтә бит әҙәм балаһын.

- Эйе, шулай, шулай. Атайыңды әйтәм әле, Әхмәтхан ағайҙы, бигерәк күңелсәк кеше булды, мәрхүм. Ауыл тарҡалһа ла, күршелек тойғоһон юғалтманыҡ беҙ уның менән. Осрашһаҡ, ағай асылып киткән була торғайны. «Их, ауылыбыҙ ҡороно бит, һаҡлай алманыҡ. Бала-сағалар ситкә таралды, - тип уфтана. – Биш ҡыҙ араһында үҫкән берҙән-бер малайҙың балаларын да тупылдатып яратырға ине

лә бит, ҡалайтаһың... Ҡайта алмайҙар – алыҫ, ваҡыттары юҡ», тигән була. Ҡайһы саҡ өндәшмәй генә ҡурайын ҡулына алып һыҙҙырып ебәрә торғайны. Эх, донъяһын онотоп, тетрәндереп уйнай ине бит ул ҡурайҙа!

Кинйәбай ҡарттың тормош фәлсәфәһе уғата ябай ҙа, күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртерлек дәрәжәлә тәрән мәғәнәле лә. Фазулла уның һөйләгәндәрен эске бер кинәнес менән тыңлай ҙа, бар бит халҡымдың ошондай аҡыллы уҙамандары, тип һоҡланып ултыра. Йылдар аша насип булған осрашыу кисерештәре сикһеҙ тулҡынландыра, алыҫта ҡалған бала саҡты, йәшлек мәлен күҙ алдына баҫтыра.

ж ж ж

…Бына Фазулла ниһайәт тыуған Килсенбайына, ата-бабалары көн иткән, үҙенең сабый һәм үҫмер сағы елеп үткән изге ергә аяҡ баҫты. Ауылдарҙы эреләтеү осоронда халыҡ бынан күсенеп, нигеҙ ташы яңыртырға мәжбүр булды, бәғзеләре алыҫҡа, ҡалаға юлланды. Ҡаршылағы тауҙа ғорур баҫып торған йөҙйәшәр ҡарағайҙар һәм уларға һыйынып үҫкән һомғол ҡайындар ғына тыуған тупраҡҡа тоғро ҡалды. Ана, беҙ һаман да бында, бер ҡайҙа ла китмәнек тигәндәй, тын ҡалған улар. Йәше-ҡарты кинәнеп балыҡ аулаған, һыу ингән, яҙғы ташҡын мәлендә барса халыҡ мөғжизәләй күреп тамаша ҡылған йылға ла шул уҡ, берсә шаян йәш ҡыҙҙарҙай йүгерә-йүгерә, берсә олпат, етди ағайҙар һымаҡ һалмаҡ ҡына аға ла аға.

Тәбиғәттең июнь айына хас илаһи мәле. Туғай яңғыратып кәкүк саҡыра. Күпереп бәпкә үләне үҫкән, төрлө-төрлө сәскәләр ҡарашты иркәләй. Бал ҡорттарының да үҙ ғәме-хәстәре, улар нәфис таждарға оса-ҡуна кәрәҙҙәргә бал йыя.

Фазулла элекке ауыл урамын барлап, күҙ алдына килтерҙе. Бихисап йылдар үтте, ә нигеҙ таштары һаман бар әле. Өй алды баҡсаларында үҫкән ағастар ҙа ҡороп бөтмәгән. Урта тирәлә бейек манаралы мәсет бинаһы ултыра торғайны. Бирерәк, Аллабирҙе олатайҙарҙың өйө эргәһендә, һәр ваҡыт бала-саға йыйылыр булды. Барыһы бергә сыр-сыу килеп уйнайҙар. Ә унан, ыбыр-сыбыр таралып бөткәс, иң ҡыҙығы – ысын киске уйын башлана. Ҡыҙҙар төрлө мәҙәктәр уйлап таба, ә егет йораттарына улар ҡуйған шартҡа күнергә тура килә. Сөнки күҙләп йөрөгән һылыуҙы, аҙаҡтан башҡаларҙан айырып, өйөнә саҡлы оҙатып ҡуйырға хыялланыусылар булмаған тиһеңме?! Фазулланы иһә гел Сәлимә исемле ҡыҙға ҡушып үсекләй торғайнылар. Ҡайҙан һиҙгәндәрҙер, улар бит хатта бер-береһенең күҙенә ҡарарға ла ояла ине. Тын айлы кистә оҙатҡаны ла булды Сәлимәне. Өйөнә

етер-етмәҫтән ҡыҙыҡай сәбәләнергә тотона. «Бар ҡайт, береһе күреп ҡалһа», - ти, үҙе егеткә күтәрелеп тә ҡарамай. Бындай ҙа оялсан, ҡырағай ҡыҙҙарҙы Фазуллаға бүтән осратырға тура килмәне лә шикелле…

Ана, йылға бөгөлөндә тәрән генә ятыу, ул урынды сөмбәй тип йөрөтәләр. Бер ҡатар малай-шалай шул тәңгәлдә аулаҡлап туйғансы һыу инә, балыҡ тотоп рәхәтләнә торғайнылар. Арып-талсыҡҡас, ҡомға яталар ҙа, хыялланырға керешәләр. Кемдер летчик булғыһы килә, кемеһелер танкист буласаҡмын, ти. Береһе диңгеҙ гиҙергә, икенсеһе сит илдәрҙе күреп йөрөргә теләй. Араларында иң шуғы Урал: «Ә беҙҙең Фазулла Сәлимәне кәләш итеп ала ла, Килсенбайҙа йәшәй, кинйә бит ул, ҡайҙа китһен», - тип шаярта. Дәррәү көлөп ебәрәләр… Ҡайҙарҙа икән хәҙер ул малайҙар? Атаһы хатҡа яҙғылай ине, тик Фазулланың хәтерендә ҡалмаған, әһәмиәт бирмәгәндер, күрәһең.

Арыраҡ, ауыл ситендә, зыярат. Ошо хозур ерҙә хәләл тирен түккән, фани донъяның барлыҡ шатлыҡ-көйөнөстәрен татыған һәм ерҙәге бурысын үтәп мәңгелек йоҡоға талған әрүахтар ята унда. Ҡәберлек кәртәләп алынған, буяуы уңа төшһә лә, хәстәрлекле ҡулдар тейгәне күренеп тора. Барыр Фазулла унда, ғәзиз кешеләре ҡаршыһына баҫып хәлен һөйләр, ҡайтып төшөүенең сәбәбен аңлатыр…

ж ж ж

Кисә Кәримәләрҙә радио аша ишеткән йыр һүҙҙәре иҫенә төштө.

Яҙмыштармы икән,

Яңылыштармы икән,

Сит яҡтарҙа үтте ғүмерҙәр…

Ысынлап та, тыуған ауылы менән бәйләгән ептәр ҡасан өҙөлдө, ни өсөн Фазулланың ғүмере йырҙа йырланғанса сит-ят ерҙә үтте һуң әле…

Хәтирәләр уны алыҫ-алыҫта тороп ҡалған ваҡиғаларға алып китте. Урта мәктәпте егерме биш саҡырым араны йөрөп уҡып тамамлауға армияға китер ваҡыт еткәйне. Бер таңда, яҡындары менән хушлашып, Урал дуҫы менән рюкзак аҫып юлға сыҡтылар. Бөгөнгөләй хәтерендә, ҡаршыға тулы биҙрәләр элгән көйәнтәһен оҫта бәүелтеп һыу юлынан ҡайтып килеүсе Зөләйха инәй осраны. Йоҡа кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йыйырсыҡтар сыбарлап бөтһә лә, ҡояштай алсаҡ йөҙлө был әбей ауылдың барлыҡ сабыйҙарының кендек инәһе ине. Ҡулы имле, күңеле йомарт тигән даны ла бар ине.

-Һаумы, инәй, - тип сәләмләне егеттәр.

-Һаубыҙ, һаубыҙ. Ҡайҙа юл тоттоғоҙ әле иртә менән?

-Армияға.

-Шаярмағыҙ, кеше улай әрмегә китәлер шул.

-Ысын, инәй, ысын! - тинеләр йылмайышып.

Бер аҙ атлағас, Зөләйха инәй: «Уландар, ысын булһа, хәйерле юл, имен генә йөрөгөҙ», - тип маңлайына ҡулын ҡуйып ҡарап ҡалды. Оло кешенең үҙенсә фатиха биреүе булғандыр...

Һалдат бутҡаһы ашатҡан ике йыл, студент осоро һиҙелмәй генә үтте. Институттан йүнәлтмә алған егетте яҙмыш Себер тарафтарына алып китте.

Һай, ул йылдар! Йәшлек дәрте урғылып, көс-ғәйрәт ташып торған саҡ. Төмән өлкәһендә нефть ятҡылыҡтарында барған быраулау эштәре тотош илгә шаулай. Романтика, ауыҙлыҡ күрмәгән ажар арғымаҡтай Себер төбәге үҙенә әйҙәй, барыһын да ымһындыра. Фазулла, бер генә кис туғандарын ҡайтып күрҙе лә, тағы яҙмыш даръяһына ташланды. Көн-төн геүләгән быраулау скважинаһында ҡайнаған тормош, украин, урыҫ, башҡорт, татар һәм башҡа милләт кешеләренең берҙәм ынтылышы менән ер ҡуйынынан һурылып яҙғы ташҡындай урғылған нефть ағымы, серле тайга тәбиғәте магнит һымаҡ тартып алғайны ул саҡта.

Дипломлы белгес булараҡ, Фазулла быраулау скважинаһына инженер-технолог итеп тәғәйенләнде. Йәш, дәртле сағы, арымай-талмай тырышып эшләне. Бригадалар араһында барған ярыш сәме, планды тултырыу өсөн алыш уны ла тотошлайы менән солғап алды. Ерҙең тын алышын оҫта табип кеүек тойомлап, үтә ауыр, ҡатмарлы быраулау эшен биш бармағы кеүек белгән ысын һөнәр эйәләре менән осраштырҙы уны яҙмыш. Һәр береһенә тере һәйкәл ҡуйырлыҡ кешеләр ине улар. Фазулла шул рәүешле тормош мәктәбе үтте, сыныҡты, дөйөм эш өсөн янып-көйҙө. Ә был талаптарға буйһонмағандар, Себер шарттарына күнегә алмайынса, тиҙерәк тайыу яғын ҡаранылар. Ике йыл эшләгәндән һуң Фазулланы смена начальнигы вазифаһына күтәрҙеләр.

... Ҡояш һирәк-һаяҡ, һаран ғына яҡтыртҡан ямғырлы, бар тирә-йүнде болғансыҡ һыу ҡаплаған йонсоу көндәрҙең береһендә егеттең күңел күгендә, әйтерһең дә, яҡты йондоҙ балҡыны – Фазулла үҙенең мөхәббәтен осратты. Донъяға зәп-зәңгәр күҙҙәре менән гел генә көлөп баҡҡан һап-һары сәсле мәрйә ҡыҙы Настя ине ул. Йәш йөрәктәрҙең һөйөү хисе ҡапыл дөрләп тоҡанған усаҡ кеүек булды. Табыштылар ҙа, ғүмерлеккә ҡауыштылар ҙа. Настяһының нурлы йөҙө, һөйгәненең күҙенә ҡарап шат йылмайыуы, йомшаҡ, наҙлы өндәшеүе Фазулланы бәхеттең етенсе ҡатына күтәрҙе. Мәрәкә инде, танышҡан кистә Настя

уның исемен әйтә алмай бер булды. Фазюла, Фазила, Фа-фа тип, берсә шарҡылдап көлөп ебәреүен, берсә уңайһыҙланыуын күреп, «можешь называть меня Федором, просто – Федя», - тигәйне, үҙе лә абайламаҫтан ата-әсәһе ҡушҡан исемде оноторға мәжбүр булды - барыһы өсөн дә Федя-Федорға әйләнеп китте.

Туй мәжлесе бергә эшләгән дуҫ-иштәре өсөн генә үтте. Атай-әсәйҙәренә хат аша хәбәр иттеләр ҙә, отпускыларын тура килтереп, аҙна-ун көнгә ҡайтып уранылар. Настя һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, йәш кәләш өсөн ауыл тормошо ят, барыһы ла уның өсөн сит мөхит икәнен аңланы Фазулла. Шунан һуң ғаилә менән ҡайтырға ынтылып та барманы.

Ҡатыны уға ҡап-ҡара күҙле уҫтаптай малай менән алтындай һары сәсле матур ҡыҙ бүләк итте. Улы Вадим атаһының юлын һайланы – нефтсе булып китте. Виктория – музыкант, күрәһең, моңға бай башҡорт ҡартатаһына тартҡандыр. Настяһының ата-әсәһе, туған-ырыуы уғата илгәҙәк инеләр. Йыш-йыш үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙылар, килһәләр, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп өлтөрәп торҙолар. Фазулла, балалар менән бергә ҡатынын ҡайны-ҡәйнә йортона оҙата ла, үҙе тиҙ генә ауылға ҡайтып урай. Хәл белә, йәнәһе. Ата-әсәһенең ризаһыҙлыҡ күрһәткәнен хәтерләмәй былай. Киленгә, балаларға тип күстәнәс-сәләмдәрен тапшыралар ҙа, арҡаһынан яратып моңһоу ғына оҙатып ҡалырҙар ине. Оло аҡыл эйәһе булғандар икән дә баһа атаһы менән әсәһе. Барыһын да эскә, йөрәккә төйнәп тик йөрөгәндәр. Халыҡ әйтмешләй, ҡан ҡоҫһалар ҙа һиҙҙермәгәндәр.

Настя яғынан туғандарының ҡылыҡ-фиғеле, йолалары, йыр-көйҙәре башҡа ине. Фазулла шулай үҙ моңдарын түгел, ят көйҙәрҙе тыңлап, туған телендә түгел, сит халыҡ телендә һөйләшеп, Настяһы бүләк иткән шатлыҡ-ҡыуанысҡа ризалашып, Федя-Федор булып йәшәне. Яҙмышына бер ҡасан да үкенмәне һәм үҙ бәхетенең ысынбарлығына шикләнмәне ул…

Тормош шулай түп-түңәрәк булып алға тәгәрәй бирҙе. Настя менән бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙолар, эшендә лә абруйы артты. Федор Андреевич тип ололап өндәштеләр, кәңәш һорар булдылар. Дәрәжәһе лә үҫте. Себерҙәге тәүге көндәрҙән үк бергә булған хохол дуҫы Демченко күңеле асылып киткәндә: «Эх, повидать бы землю, взрастившую такого славного башкира!», тип Фазуллаға тыуған яғын, ауылын иҫенә төшөрөп ала. Ә Фазулла барлыҡ һағыныуын эш менән баҫа, донъя мәшәҡәттәренә әүрәп, ғаиләһенә йыуанып йәшәй бирә. Атаһы мәрхүм булғас, етеһен уҡытҡан көндә генә ҡайтып етә алды. Ауырыу әсәһенең хәлен белергә ҡайтҡанында ла торламаны. Хәтерләй, әсәһе, ҡап-ҡара һаҡал-мыйыҡ еткергән «сибиряк» улын күргәс: «Балам, бар усаҡлыҡҡа, битеңдәге йөндө ҡырып ҡына

инсе эргәмә», - тип үтенде. Ҡырынғас, бына исмаһам, үҙең булдың хәҙер, тип арҡаһынан һөйгәйне мәрхүмә… Әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала тигәндәй, Фазулла ауылдағы һиллектән ҡасҡан һымаҡ, ул саҡта ла тиҙерәк китергә ашҡынды. Әйтерһең, кемдер уны ҡыуа, кемдер саҡыра ҡайҙалыр…

ж ж ж

Ә бөгөн ул бер ҡайҙа ла ашыҡмай. Бала сағына, үҫмер йылдарына оҙаҡҡа ҡайтты был юлы. Күңел даръяһында гүйә дауыл ҡупҡан. Иҫтәлектәр яңырып, үткәндәр берсә моңландыра, берсә һыҙландыра уны. Йөрәк майын һыҙҙырған ошо һағыныу һағышы уны хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ныҡлап биләп алғайны. Уфтаныу-уйланыуҙарын былай ҙа сәләмәтлеге ҡаҡшаған ҡатынына бар хәленсә һиҙҙермәҫкә тырышты. Әммә Настя барыһын да аңлап, тойоп йөрөгән икән. Күҙҙәрен мәңгелеккә йомор алдынан янында башын эйеп тын ҡалған иренә йомшаҡ ҡына итеп үҙ исеме менән өндәште: «Фазулла, родненький ты мой, вижу, как тяжело тебе. Умоляю тебя, поезжай к себе, поклонись от меня старикам. Прости меня… если сможешь…».

Бына ҡайттым мин һеҙгә, ғәзиздәрем! Ғүмерен ситтә үткәргән улығыҙға берүк рәнйемәгеҙ, кисерегеҙ, зинһар, тип өндәшкеһе килә Фазулланың. Тик был һүҙҙәр, ете ҡат йоҙаҡ менән бикләнеп, ҡайҙалыр күңел төпкөлөндә ҡатып ҡалған кеүек. Кинәт кенә әсәһе бешергән икмәктең хуш еҫе таралғандай, атаһының ғүмер буйы көрәк-балта менән эшләп ҡатҡан ҡулдары иңенә ҡағылып үткәндәй була. Тик... алдында ғәзиздәренең ҡәбер өйөмө генә ята. Береһенә муйыл, икенсеһенә сирен ҡыуағы ултыртылған. Япраҡтар әкрен генә елгә тирбәлеп, шыбыр-шыбыр һөйләшәләр. Хәтерендә, атаһы менән әсәһе, бала-саға татлы төштәр күреп иҙерәп йоҡлаған мәлдә, икәүләп тыныс гәпләшеп иртәнге сәй эсә торғайны. Унан атаһы көн оҙонона эшкә сығып китә. Сәбәләнмәй, тауыш-тынһыҙ, бары-юғына сабыр булып донъя йөгөн тартты, итәк тулы балаларын ир еткерҙе уның ата-әсәһе. Тик ни рәхәт күрҙе үҙҙәре? Ризамы һуң уларҙың рухы? Эх, һуңлаған үкенес телгеләй йөрәкте...

Фазулла ҡарашын элекке ауылды урталай ярып үткән шоссе юлға күсерҙе. Юл буйлап велосипедҡа атланған берәү килә. Ана, тау битләүенә борола биреп туҡтаны ла, велосипедын ҡалдырып, ҡыҙыу-ҡыҙыу Фазуллаға табан атлай башланы. Йәш ҡыҙ бала. Йоҡа йәйге күлдәге елп-елп осҡан күбәләкте хәтерләтә. Башындағы алһыу яулығы ла ҡыҙыҡайҙың етеҙ аҙымдары ыңғайына елберҙәп уйнап-шаярып килә.

- Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе өс көн буйы эҙләй-эҙләй арып бөттөм. Оләсәйемдән һорашҡас, ул әйтте ҡайҙа икәнегеҙҙе. «Кил Исемең нисек һуң?

-Яҙгөл мин. Пединститутта беренсе курсты тамамлап ҡайттым.

- Исемең дә, үҙең кеүек матур икән. Бәхетле бул, һылыу…

…Настяны ерләгәндән һуң, ҡайғыһынан шаңҡыған Фазулла Башҡортостанға ҡайтырға йыйына башлағас, балалары уның был ниәтен хупламанылар, хатта ҡырҡа ҡаршы булдылар. Ауылың күптән юҡ, һине кем көтә унда, тип төрлөсә өгөтләп ҡаранылар. Әммә атай кеше һүҙендә ныҡ торҙо. Бына бит, түҙмәгән балаҡайҙары, телеграмма ебәргәндәр. «Атай, көт, бер нисә көндән Килсенбайҙа булырбыҙ. Ейәнеңә башҡорт ҡыҙынан кәләш күҙләй тор», - тигәндәр бит әле үҙҙәре.

Вадимымдың улына бына тигән кәләш ошо инде тип, тәгәрмәсле тимер атта урманға табан елдергән ҡыҙға ҡараш ташланы Фазулла. Исеме лә ниндәй бит әле – Яҙ гөлө! Ә тамыры - Килсенбай ауылынан, ҡасандыр үҫмер сағында күҙе төшөп йөрөгән ҡараҡай һылыу Сәлимәнең ейәнсәре...

Фазулла күңел күгендә берсә һыҙландырып, берсә моңландырып татлы, яҡты нур балҡыуын тойҙо. Ҡалай рәхәт! Ул атаһының, ҡанбабаларының әсе хеҙмәт тире тамған ергә әйләнеп ҡайтты. Йәш киленсәк сағында һыу алырға килгән әсәһен күҙәтеп-оҙатып торған тирәк-ҡайындар менән күреште. Бер аҙ тынысланды, йомшарҙы күңел ҡылдары. Ташҡын булып тығылған хис-тойғоларҙы артабан тыйып тороу мөмкин түгел ине был мәлдә. Таң ысығындай саф, әммә йылдар буйы йөрәккә йыйылған юшҡынды ярып килеп сыҡҡан әсе күҙ йәше уҙамандың ап-аҡ сикә сәстәре буйлап тәгәрәне лә, осрашыу көтөп зарыҡҡан тыуған тупраҡҡа тамды.

"Хикәйәләр" төркөмөнән алынды.

Автор:
Читайте нас: