Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 18:35

Алдынғылыҡты бирмәгеҙ, ҡыҙҙар!

 «Торатау» Конгресс-холында  «Мисс Берҙәмлек-2021» проекты кастингы үтте. Башкортостандан 10 милләт вәкиле ҡатнашасаҡ конкурстың һайлап алыу этабында  25  ҡыҙ ярышасаҡ.

Алдынғылыҡты бирмәгеҙ, ҡыҙҙар!
Алдынғылыҡты бирмәгеҙ, ҡыҙҙар!

Проекттың  жюри ағзалары кастинг  йомғаҡтары буйынса  милли кейемдә ижади сығыш яһаған  7 генә ҡыҙҙы һайлап алған. Улар араһында – БашДУ-ның башҡорт һәм төрки филологияһы  факультеты  студенттары – башҡорт милләте вәкиле  Фәнзилә Сибғәтуллина менән ҡырғыҙ милләтенән Нурайым Баҡтыбәкова.

Конкурста ҡатнашыусыларға  бер ай буйына оҫталыҡ дәрестәренә йөрөргә, үҙ милләтенең мәҙәниәте матурлығын күрһәтергә һәм камера менән эшләргә өйрәнергә кәрәк буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, быйылғы проект  форматы – телевизион.

Конкурсты ойоштороусылар «Тамыр» телеканалы менән берлектә ҡыҙҙарҙың эше буйынса көндәлек алып барасаҡ. Ә ҡыҙҙарға тамашасы һөйөүен яулау өсөн тырышып эшләргә ҡала.

Р.ЙӘЛИЛЕВА.

Алдынғылыҡты бирмәгеҙ, ҡыҙҙар!
Алдынғылыҡты бирмәгеҙ, ҡыҙҙар!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: