Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 21:10

Бесәй ашатам тип... туҡмалған

Ҡайҙа барабыҙ, йәмәғәт?!. Тормоштағы теге йәки был хәлде ишетәһең дә, сәстәр үрә тора. Иң ныҡ уйға һалғаны, ҡот осоҡос ваҡиғалар әллә ҡайҙа икенсе ҡитғаларҙа түгел, беҙҙең йәнәшәлә генә булып тора.

Бесәй  ашатам тип... туҡмалған
Бесәй ашатам тип... туҡмалған

Өфөлә бер әбей ун йәшлек баланы туҡмаған. Ун йәшлек ҡыҙ урамда йөрөгән хужаһыҙ бесәйҙәрҙе ашатырға уйлаған.  Был урамда хатта  бесәйҙәр өсөн үҙенә күрә кескәй генә өйҙәр ҙә эшләп ҡуйғандар.

 Шул ваҡыт бер ҡарсыҡ өйөнән атылып килеп сыға ла,  баланы сәсенән һөйрәп, башын өй стенаһына бәрә-бәрә туҡмай башлай. Ярай әле урамда үтеп барған бер ир күреп ҡалып ярҙамға килә.

Ҡарсыҡ ҡулынан ысҡынған ҡыҙ мәктәпкә йүгерә, ҡото осҡан бала был хәлде уҡытыусыларға һөйләй. Унда тәне йәрәхәтләнгән балаға медицина ярҙамы күрһәтелә, шунда уҡ баланың ата-әсәһенә  һәм полицияға хәбәр итәләр. Баланы кем туҡмағанлығы асыҡланған, полиция хеҙмәткәрҙәре  әбейҙән һорау алған.

Ярай, баланың тән йәрәхәттәре бөтәйер ҙә, ә бына күңел яраһы менән ни эшләргә һуң? Йыш ҡына йәш быуынды моңһоҙ һәм яуапһыҙ тип әрләйбеҙ. Ә бына изгелек ҡылырға торған баланы туҡмап тура юлдан яҙҙырғандар. Шулай булғас, ул баланан артабан нимә өмөт итергә?

Р.ТАЙМАҪОВА.

Бесәй  ашатам тип... туҡмалған
Бесәй ашатам тип... туҡмалған
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: