Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 19:50

Әл дә хәбәр ялған булып сыҡҡан!

Өфөлә күптән түгел “Планета” сауҙа үҙәгендә йөрөүселәрҙе эвакуацияларға тура килгән.

Әл дә хәбәр ялған булып сыҡҡан!
Әл дә хәбәр ялған булып сыҡҡан!

Инцидент тураһында һатып алыусылар иң беренсе булып социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткән. Сауҙа үҙәге вәкилдәре бинаға бомба һалынған тигән хәбәр алыныу арҡаһында ошондай сара күрергә мәжбүр булған. Бинаға шартлатҡыс ҡоролма ҡуйылыу тураһында хәбәр алалар. Сауҙа үҙәген тикшереү өсөн шунда уҡ кинологтар эт менән килеп етә, шунлыҡтан, унда йөрөгән кешеләрҙе сығарып торорға тура килгән. Оперативниктар тикшереп сыҡҡандан һуң, “тревоганың”, бәхеткә күрә, ялған булыуы асыҡланған.

Р.УСМАНОВА.

Әл дә хәбәр ялған булып сыҡҡан!
Әл дә хәбәр ялған булып сыҡҡан!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: