Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 21:02

Рәсәй экспорт үҙәге мәктәбендә төбәк командалары өсөн уҡыу ойошторолдо

Сара һөҙөмтәһендә экспортты үҫтереүҙең төбәк программаһы төҙөләсәк.

Рәсәй экспорт  үҙәге мәктәбендә төбәк командалары өсөн уҡыу ойошторолдо
Рәсәй экспорт үҙәге мәктәбендә төбәк командалары өсөн уҡыу ойошторолдо

Тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәүҙә Рәсәй экспорт  үҙәге мәктәбендә “Төбәктәр экспорт 2.0” белем биреү программаһы буйынса төбәк идара итеү командалары өсөн уҡыу ойошторолдо. Был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Уның һуңғы дүртенсе модуле 21 – 23 октябрҙә үтте.

– Беҙ экспорт мәктәбенең программаһында ҡатнашыу мөмкинлеген биргән өсөн Рәсәй экспорт үҙәгенә рәхмәтлебеҙ. Берлектәге эш һөҙөмтәһендә тупланған белем һәм тәжрибә яҡын киләсәктә төбәктә экспорт әүҙемлеген үҫтереүгә йоғонто яһар, тип ышанам, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Уҡыуҙа ҡатнашыусылар һигеҙ белем биреү блогы буйынса лекция тыңланы, ил төбәгендәге потенциаль экспортлаусылар базаһы менән танышты, электрон сауҙа каналдары аша экспорт эшмәкәрлеген ойоштороу, төбәк компанияларын сит ил баҙарына сығарыу алымдарын өйрәнде. Проекттың “юл картаһы”н төҙөүгә арналған уҡыуҙың практик өлөшө ошо юҫыҡтағы төп үҙенсәлектәрҙе ентеклерәк үҙләштереү мөмкинлеген бирҙе. Уҡыу һөҙөмтәһендә кәмендә биш проект, шулай уҡ экспортты үҫтереүҙең төбәк программаһы төҙөләсәк.

Башҡортостандан идарасылар командаһына тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, уның урынбаҫары Лена Изотова, сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Урал Нәсибуллин, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге етәксеһе Илдус Хәлитов инде.


#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты

bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: