Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
27 Октябрь 2021, 22:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы флешмобҡа саҡыра

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы барышында флешмобҡа саҡыра. Флешмобта ҡатнашыусылар араһында — билдәле шәхестәр, танылған фән, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ ябай кешеләр. Флешмобта теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы флешмобҡа саҡыра
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы флешмобҡа саҡыра

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы бара. Шунан сығып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы махсус флешмоб иғлан итте. Шарттары бик ябай: башҡорт халҡының танылған вәкилдәре, республиканың яҙмышына һәм киләсәгенә вайымһыҙ булмағандар халыҡ иҫәбен алыу участкаһында видеомөрәжәғәттәр яҙҙыра, фотоға төшә, ошо сараның мөһимлеген аңлата. #МыБашкиры, #БеҙБашҡорттар, #БезБашҡортлар хештегтары менән мәғлүмәтте социаль селтәргә, үҙеңдең сәхифәңә урынлаштырырға кәрәк.

Флешмобта ҡатнашыусылар араһында — билдәле совет, Рәсәй скульпторы, пеагог, профессор, Рәсәй Художество академияһы академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Үҙенең мөрәжәғәтендә ул тамырҙары хаҡында ғорурланып һөйләй:  «Мин — башҡорт. Атайым — Ырымбур өлкәһе Көлсөм ауылынан, ата-бабаларым да ошо төбәктән. Атайымдың яҙмышы еңелдән булмаған, һуғышта ҡатнашҡан, ләкин башҡорт халҡына булған һөйөүен юғалтмаған — ошо хәтерҙе миңә лә тапшырған, мин йәнә уны тергеҙҙем, асылыма ҡайттым. Был бик мөһим. Башҡорт булыуым менән ғорурланам», — ти ул видеомөрәжәғәтендә.

Халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы һәм блогер Миләүшә Хәйбуллина әйтеүенсә, ул һәр бейеү дәресен тарихтан башлай. Һәр хәрәкәттең, йырҙың, көйҙөң үҙ тарихы бар, ти ул. «Шәжәрәмде, ырыуымдың тарихын беләм һәм шуның бик ғорурланам», — тип сәхнә оҫтаһы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Билдәле каскадер, педагог Роберт Йылҡыбаев үҙенең Бикбау бей вариҫы булыуын һәм тамырҙары менән ғорурланыуын белдерә. «Әгәр халҡым өсөн ошо мөһим көндәрҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашмаһам, дөрөҫ булмаҫ ине. Ата-әсәйемә тарихҡа, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләгәне өсөн рәхмәтлемен. Мәскәүҙә йәшәһәк тә, балаларыбыҙҙы ла милли рухта үҫтерәбеҙ, башҡорт традицияларын дауам итәбеҙ», —  ти ул.

«Һис шикһеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре беҙҙең әүҙемлектән тора. Шуға күрә һеҙҙе иҫәп алыу кампанияһында, #МыБашкиры, #БеҙБашҡорттар, #БезБашҡортлар флешмобында ҡатнашырға саҡырабыҙ, һеҙҙән видеояҙмалар һәм фотоһүрәттәр көтөп ҡалабыҙ», —  тип белдерҙеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: