Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
27 Октябрь 2021, 18:05

Ерекле буйында ерек ҡалыр микән?

Стәрлетамаҡ – “өс төрлө тамаҡ”, тип әйтә торған ине үҙ заманында яҙыусы Миңнәхмәт Әһлиуллин. Өс төрлө тамаҡ ул Ольховка – Ерекле, Ашҡаҙар һәм Стәрле  йылғаларының ҡушылған урыны була тип аңларға кәрәктер. Хәйер, һүҙем әлегә башҡа тема, башҡа тамаҡ хаҡында, өс тамаҡтың береһендәге күренеште күреп, тамаҡҡа төйөр ултыра...

Ерекле буйында ерек ҡалыр микән?
Ерекле буйында ерек ҡалыр микән?

Әлеге матур көҙ көндәрендә ҡаланың бик күп халҡы шул Ольховка (Ерекле) йылғаһы буйында ял итә. Бер аҙналап инде, мин дә унда барып урман араһындағы һуҡмаҡтарҙан йөрөргә әүәҫләнеп алдым. Тәбиғәттә йөрөү, беренсенән, һаулығыңды нығытһа, икенсенән, үҙебеҙҙең, тыуған еребеҙҙең хозурлығы менән һоҡланып, күңелеңдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырып йәшәүгә ни етә. Ҡыҫыҡ фатирҙа көнө-төнө донъя мәшәҡәттәренә сумып йәшәгән кеүек түгел инде.


Ә Ерекле буйының күркәмлеге ул йәй ҙә, ҡыш та берҙәй матур. Уның буйҙарында, яландарында боланут, кейәү үләне үҫә, емешеләктең ниндәйе генә юҡ: алма,
балан, бөрлөгән, ҡурай еләге, ҡарағат йәнде иркәләй. Әммә ләкин ошо матурлыҡты йәмһеҙләп йөрөгән кешеләр ҙә бар беҙҙең арала. Ағасын ҡырҡалар, үләнен
машина менән тапайҙар, йылғаһында машиналарын йыуалар, усаҡ яғып шешлек бешерәләр, эсәләр һәм... арттарынан тауҙай сүп өйөмдәре ҡалдырып китәләр. Полиэтилен
ҡапсыҡтар, шешәләр, йогурт, кефир һауыттары, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡағыҙ, сепрәк... Тағы ниндәй генә “байлыҡ” юҡ унда!

Ошо тиклем матурлыҡҡа, байлыҡҡа нисек төкөрөп ҡарарға мөмкин икән ул?!. “Тағы ла яҙҙар етер, Ерекле яңынан тын алып ағып китер. Бер үк алдағы йылдарҙа ла
үҙебеҙ йәшәгән йәшел бишегебеҙгә һаҡсыл ҡарашта булайыҡ! Беҙҙең балаларға, балаларҙың балаларына ҡала бит ул еребеҙ!..” тип әйтке килә лә, тик “Ашҡаҙар” гәзитен уҡыусылар араһында үҙ еренә яуапһыҙ ҡараған кешеләр юҡтыр, тип уйлап ҡуям тағы. Кемдәр тәбиғәтте уйлай, улар рухын-телен дә, ерен дә, киләсәген дә ҡайғыртыусан. Барлыҡ кешеләр ҙә шулай булһын ине лә бит.

Әсмә ЯХИНА,
мәғариф ветераны.

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас: