Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
27 Октябрь 2021, 21:06

Етен майын Европаға экспортлайҙар

Республика элеваторҙары 796 тонна продукцияны экспортҡа оҙатты.  

Етен майын Европаға экспортлайҙар
Етен майын Европаға экспортлайҙар

Үҙәк фәнни-методик ветеринария лабораторияһының Башҡортостандағы филиалы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика аграрийҙары етен майын экспортҡа сығарыу күләмен  арттыра.

Ошо көндәрҙә республика элеваторҙары 796 тонна тәшкил иткән сираттағы ҙур партия продукцияны экспортҡа оҙатты. Европала ҙур һорау менән ҡулланылған етен майы Латвияға тимер юлы транспорты менән барып етәсәк.

Тейәр алдынан май культураһы өлгөләре БР буйынса Россельхознадзор идаралығы тарафынан һайлап алына һәм  лабораторияларҙа тикшереү үтә. Импортер илдәр талабына ярашлы, етен майының бар партияһына фитосанитар сертификат бирелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты илдең эске һәм тышҡы иҡтисадын үҫтереүгә, сеймал булмаған тауарҙарҙы, эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы продукциялары өлөшөн экспортлау күләмен арттырыуға, Евразия иҡтисади союзы ағзаһы булған илдәр араһында тауар әйләнешен киңәйтеүгә һ.б. йүнәлтелгән.

#национальныепроекты#нацпроекты

Фото: exportgrain.net

bashgazet.ru

 
Автор:
Читайте нас: