Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
22 Июнь , 15:37

Рәсәй Оборона министрлығы «Бөйөк һуғыштың тәүге көндәре геройҙары» тураһында һөйләне

Хәрби ведомствоның рәсми сайтында бөгөн, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 81 йыл тулған көндә, «Бөйөк һуғыштың тәүге көндәре геройҙары» тигән яңы бүлек барлыҡҡа килде.

Рәсәй Оборона министрлығы «Бөйөк һуғыштың тәүге көндәре геройҙары» тураһында һөйләне
Рәсәй Оборона министрлығы «Бөйөк һуғыштың тәүге көндәре геройҙары» тураһында һөйләне

Унда һуғыштың беренсе көндәрендәге фажиғәле һәм шул уҡ ваҡытта героик ваҡиғалары тураһында бәйән иткән, СССР халыҡтарын талау һәм баҫып алыу буйынса немец-фашист командованиеһының пландарын сағылдырған тиҫтәләрсә архив материалдары күрергә мөмкин.

Хәрби штаб начальниктарының докладтары, немец ғәскәрҙәренең урынлашҡан урындарҙың карталары һәм башҡа мәғлүмәттәр бар.

Документтарҙы Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивы һәм Ватанды һаҡлағанда һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү идаралығы тапшырған, тип билдәләнеләр Рәсәй Оборона министрлығының мәғлүмәт һәм киң коммуникациялар департаментында.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в