

Баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, репетициялар апрель аҙағына тиклем аҙна һайын, шулай уҡ 5 һәм 7 майҙа Октябрь проспектында уҙғарыла.
Бындай парадтарҙың тәүгеһендә 1500 кеше ҡатнашты, улар араһында — Өфө территориаль гарнизонының 20 расчеты, федераль башҡарма власының республика органдары отрядтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар, курсанттар бар.
Башинформ