Колхоз баҙары яғынан килә ятҡан еңел машина водителе йәйәү китеп барған кешене тапата. Зыян күреүсене төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар.
Икенсе юл фажиғәһе төнгә ҡарай Ырымбур трактында була. Билдәһеҙ водитель тейешһеҙ урындан юл аша сығып барған 60 йәшлек ирҙе бәрҙереп юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡаса. Пенсионер ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән бирә.
Ярты сәғәттән һуң 33 өс йәшлек ғәйепле кеше ваҡиға урынына кире әйләнеп килә. Уның BMW деталдәре экспертизаға ебәрелгән. Әле тикшереү бара.
Р.ЗАМАНОВА.