Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәтселек палатаһының НКО Ресурс үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә. «Республиканың 100 ҡатын-ҡыҙы» проектында ҡатнашҡан. 2018 йылда лидерҙар, активистар һәм иреклеләрҙән торған «Клад» йәштәргә белем биреү програмаһы инициаторы булараҡ « Бөтә яҡшы нәмә – балаларға» социаль инновациялар һәм хеҙмәт сифаты Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булған. Шулай уҡ урындағы үҙидаралыҡ, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм НКО мәсьәләләре һәм киң мғлүмәт саралары буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Эксперт советы ағзаһы булып тора. Бынан тыш «Минең илем – минең Рәсәйем» һәм « Рәсәй иреклеһе -2019» Бөтә Рәсәй конкурстарының, шулай уҡ БР Йәмәғәтселек аппараты ҡарамағындағы Ресурс үҙәгенең Эксперт Советы рәйесе ағзаһы ул. Ә 2019 йылдан алып Башҡортостандың көньяҡ төбәгенең коммерция булмаған ойошмалары өсөн «Каркаданн» Төбәк Ресурс үҙәге менән етәкселек итә. Әйткәндәй, Каркаданн – Һыңармөгөҙ (диңгеҙ хайуаны). Легенда буйынса был йән эйәһе хөрриәт бүләк итә. Уның мөгөҙө ҡағылған һыу шунда уҡ таҙарыр булған. Ә ҡыҫыр ҡатындар шул һыуҙа йыуынғас ауырлы ҡалған. Үҙенең һәләте арҡаһында каркаданн Урта Көнсығышта уңыш килтерә торған изге символ һаналған, ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы яҡлаған, шуға күрә урындағы халыҡ ул төшөрөлгән талисманды тағып йөрөр булғандар. Стәрлетамаҡтың мәғарифҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды быға мохтаждарға каркаданн һымаҡ уҡ именлек һәм уңыш бүләк итә…
Евгенияның төп эше фондта булһа ла, ул ҡалабыҙҙағы коммерция булмаған ойошмалар менән осрашырға, тәжрибә уртаҡлашырға тырыша. Күптәренә төрлө проекттарҙа ҡатнашырға ярҙамлаша. Мәҫәлән, урындағы Ҡоролтайға, Айнур Үтәев асҡан «Булат» үҙәге (уҡтан атыусылар), « Тик тормаҫтар» («Непоседа»), «Һаҡлағыс» («Оберег»), «Таҙа аҡыл балҡышы» («Сияние чистого разума») проекттарын төҙөшөргә ярҙам иткән.
- Фәҡәт һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙ үҙебеҙҙең ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡҡа; патриотик һәм ижади тәрбиәләүгә; үҫеп килеүсе быуынды инновацион һәм спорт буйынса үҫтереүгә; сәләмәтлектәре сикле балаларға, һәләтле балаларға, аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға ярҙам итеүгә; граждан башланғыстарына һәм ирекмәнлеккә – йәштәргә, граждандарға, «көмөш» йәштәгеләргә, шулай уҡ Башҡортостандың коммерция булмаған секторын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарыбыҙҙы тормошҡа ашыра алабыҙ, - тип рәхмәт белдерәләр Евгения Александроваға күптәр.
Бер нәмә лә буштан ғына барлыҡҡа килмәй, ул үҙе лә «Әйберҙәр банҡы» өсөн тәүге грантты 2016 йылда яулай. Тәүге 200 мең һум, аҙаҡ яйлап ҡына еңеүҙәрҙән еңеүҙәргә күскән азарт, энергия һөҙөмтәләре яңы үрҙәргә әйҙәй.
- Минең бурыс - һаны буйынса икенсе урында торған ҡалала коммерция булмаған ойошмалар менән тәжрибә уртаҡлашып, ҡулдан килгәнсә уларға ярҙам итеп, йәштәребеҙ ситкә китмәһен өсөн ҡыҙыҡлы, сәмле проекттар булдырыу һәм уларҙы тормошҡа ашырыу, - ти Евгения Долгих. Уның алдына ҡуйған маҡсаты бар булмышында сағыла. Тормошто яратҡан кеше генә шулай булдыра ала. Уңышлы ҡатындар һәр саҡ донъяға йәм өҫтәй…
Римма ҒӘЛИМОВА.