Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
9 май- Еңеү көнө
14 Апрель 2022, 07:05

Еңеү көнө барыһы өсөн дә иҫтә ҡалырлыҡ ҙур байрам булырға тейеш

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһында 3067 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Шуларҙың 98-е — ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, 38-е — элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары, 43-ө — блокадалы Ленинградта йәшәгәндәр, 2855-е — тыл эшсәндәре, 675-е — һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары.

Еңеү көнө барыһы өсөн дә иҫтә ҡалырлыҡ ҙур байрам булырға тейешЕңеү көнө барыһы өсөн дә иҫтә ҡалырлыҡ ҙур байрам булырға тейеш
Еңеү көнө барыһы өсөн дә иҫтә ҡалырлыҡ ҙур байрам булырға тейеш

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеүҙе ойоштороу буйынса кәңәшмә үткәрҙе һәм бөтәһе лә юғары кимәлдә ойошторолорға тейешлеген билдәләне. «Еңеү көнө барыһы өсөн дә иҫтә ҡалырлыҡ ҙур байрам булырға тейеш. Шуға күрә яңы идеялар, яңы саралар кәрәк».

Өфөлә тиҫтәләгән хәрби-патриотик, мәҙәни һәм спорт сараларын үткәреү планлаштырыла, уларҙа медицина, полиция хеҙмәткәрҙәренең дежурлығы, йәмәғәт туҡланыуы ойошторола. Йәмәғәт транспортының эше лә оҙайтыла.

«Фронтовиктар һәр ваҡыт хәстәрлек һәм иғтибар солғап алынырға тейеш. Һаулыҡ торошона бәйле байрамда ҡатнаша алмаған ветерандар өсөн парадты ихаталарҙа үткәрергә кәрәк», — тип билдәләне Өфө етәксеһе.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас