Был миҙгелдә милли проект сиктәрендә урам-юл селтәренең 5 участкаһы ремонтланасаҡ. Бөтә контракттар ҙа 31 июлгә тиклем үтәлергә тейеш. Кочетов урамын ремонтлау эштәре ваҡытынан алдараҡ – май аҙағынаса уҡ тамамланырға тейеш.
Һәр объект буйынса гарантия ваҡыты билдәләнгән, әгәр ҙә гарантиялы файҙаланыу осоронда етешһеҙлектәр табылһа, подрядсылар уны үҙ иҫәбенә бөтөрөргә тейеш, тип иҫкә төшөрҙөләр БР Транспорт министрлығынан.
Р.САФИНА.
Э.ФӘТТӘХОВ фотоһы.