Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
9 май- Еңеү көнө
26 Апрель 2022, 10:51

8 һәм 9 майҙа өфөләрҙе ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе һәм һалдат бутҡаһы көтә

8 майҙа Өфөлә Рус драма театры алдында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 30 ретро-автомобилдән торған күргәҙмә асыла, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер Ирек Сәғитов.

8 һәм 9 майҙа өфөләрҙе ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе һәм һалдат бутҡаһы көтә8 һәм 9 майҙа өфөләрҙе ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе һәм һалдат бутҡаһы көтә
8 һәм 9 майҙа өфөләрҙе ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе һәм һалдат бутҡаһы көтә

Автомобилдәр күргәҙмәһе 8 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана һәм 9 майҙа төнгө 11-ҙә тамамлана.

«Ошо уҡ майҙансыҡта 9 майҙа граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункты һәм биш мең порцияға ялан кухняһы ойошторола», — тине Ирек Сәғитов.

Бынан алда «Башинформ» 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеү уңайынан Башҡортостанда ниндәй саралар уҙғарылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Өфөләге Еңеү парады ҙур байрамдың төп сараларының береһе булмаҡсы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас