Ауылда 8 класты тамамлаған ҡыҙ Ишембайҙа тегеүсе һөнәрен үҙләштергәс, шунда уҡ трикотаж әйберҙәр фабрикаһында эшләй. Федоровка районы егетенә тормошҡа сығып, ике балаға ғүмер бирәләр, райондың Пугачев совхозында алдынғы һауынсы булып эшләй. Кейәүҙә ун йыл булғандан һуң, ире эсеү сәбәпле, ике балаһын етәкләп Стәрлетамаҡҡа туғандарына килеп төпләнә ул. Барыһын да аңлай, түҙә ҡатын, тик түҙемлектең дә сиге бар шул... Ә күпме яҙмыштарҙы әрәм итә, ғаиләләрҙе селпрәмә килтерә был “йылан ағыуы”!..
Ҡалала ул урам һепереүсе булып эшләп, мөйөшлө була. Ғүмеренең иң матур, һағынып иҫкә алыр мәлдәре лә булған Гөлнурҙың. Заводта механик булып эшләгән, донъя көтөрҙәй, бынамын тигән Ғафури егете Миҙхәт менән сәсен-сәскә бәйләп, 15 йыл ғына бергә йәшәп ҡалалар. Гөлнурҙың балаларын үҙенеке һымаҡ итеп ҡараша был егет. Үкенескә ҡаршы, бәхеттәре оҙаҡҡа бармай шул. Гөлнурына: “Һин сменанан ҡайтҡансы килеп етәм”, – тип ауылына ҡайтып киткән Миҙхәте ҡаянан машина менән осоп һәләк була.
Шулай йәнә Гөлнур Ғәбделхаҡ ҡыҙының бәхетле тормошо һынау алдында тороп ҡала. Ҡатын оҙаҡ уйлап тормай, осраҡлы ғына яйы сығып, Себер тарафтарына эшкә барып урынлаша. Ул саҡта дөйөм ятаҡта вахтер булып ултырып, айына 10 мең һум алып йөрөгән ҡатын сит тарафтарҙа айына 35 мең һум алып эшләй башлай. Шулай балаларын аяҡҡа ла баҫтыра, уларға фатир һатып алышырға ла ярҙам итә. Үҙенә лә айырым фатир алған ул…
Ҡатын шул тиклем ымһынырлыҡ итеп һөйләне. Боландарҙың шундай матур булыуын, урындағы халыҡтың балыҡ һәм болан ите менән генә туҡланыуын, ундағы тәбиғәт үҙенсәлектәре тураһында ла сәғәттәр буйы һөйләй ала. Уға ҡарайым да, Себер нығытҡан был ҡатынды, аяғында ныҡ баҫып тора, тип эстән генә уйлап ҡуям. Ә үҙе шундай эскерһеҙ, мөләйем, унан шундай йәшәү сәме бөркөлә. Әлеге ваҡытта эш хаҡы ул яҡта 5 тапҡырға күтәрелгән тиергә лә була, бында 10 мең һумға бил бөккәнсе тип кенә ебәрәләр ул Себерҙә эшләүсе ҡыҙҙар...
...Балалар үҫтерә, фатир ала. Әйтеүе генә анһат, ә шул сабыйҙарҙы бында үҙҙәрен генә ҡалдырып юлға сығыу, һағыныу мәлдәре – үҙе бер михнәттер.
– Ауыр мәлдәр аҙ булманы, әммә шул саҡтарҙа уҡыған китаптарҙың геройҙары һымаҡ көслө булырға тырыштым, улар мине ҡотҡарҙы, – тип тә әйтеп ҡуя әңгәмәсем.
Гөлнур Ғәбделхәй ҡыҙы Тимерәева һымаҡ тормошто яратҡан, тормош һынауҙарынан бөгөлөп төшмәгән дәртле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күберәк булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ! Тик... эх, ошо ҡатындарҙы ошонда эшле, ашлы итәһе лә бит!.. Ирҙәргә биргеһеҙ, донъя тотҡаһы булған ҡатындар барҙа йәшәү дауам итә Ерҙә…
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ғаилә альбомынан алынды.