Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
9 май- Еңеү көнө
29 Апрель 2022, 06:00

Зыяратты тәртипкә килтерәйек…

Билдәле булыуынса,30 апрель - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, ике йыл элек республикала Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнө раҫланды. Барлыҡ конфессия вәкилдәре 2 майҙы һайланы.. Иҫкә алыу һәм ихтирам көнөн 30 апрелдә үткәрергә кәрәк, тигән фекергә килгәйнеләр.

Әммә 2022 йылда был көн Ураҙа байрамы менән тап килә.
«Беҙ Тәлғәт Тажетдин, Никон, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән кәңәшләштек тә, Иҫкә алыу һәм ихтирам көнөн 30 апрелдә үткәрергә кәрәк тигән фекергә килдек», — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Шулай итеп Стәрлетамаҡта 30 апрель – Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө булһа, 3 – апрель – Ата-әсәләр көнө буларак билдәләнә.

Был көндәрҙә «Башавтотранс» ҡала халҡын Яңы зыяратҡа алып барыу өсөн махсус маршруттар ойоштора.. Халыҡҡа яҡындарының ҡәберҙәрен таҙартырға мөмкин буласаҡ.
Тәүге автобус автовокзалдан 8.00 ҡуҙғала. Ә ҡалған рейстар автобустар тулыуға ҡарап ойошторола. Яңы зыяраттан ҡайтыу яғына һуңғы автобус 17-00 була тип планлаштырыла.
Юл хаҡын «Алга» транспорт картаһы, социаль һәм банк карталары менән дә түләргә була
Римма ҒӘЛИМОВА.

 

Зыяратты тәртипкә килтерәйек…
Зыяратты тәртипкә килтерәйек…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас