Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
9 май- Еңеү көнө
5 Май 2022, 09:05

Беҙ – һуғыш балалары

Һуңғы ваҡытта һуғыш йылдарында һәм уның һөҙөмтәһендә ыҙалар күргән фронтовиктар ғына түгел, уларҙан тыуып ҡалған балалар ҙа теге донъяға күсә башланы. Шуға күрә беҙгә, һуғыш балаларына, ул ваҡыттарҙы сағылдырып, иҫкә төшөрөп китеү фәһемле булыр, тип уйлайым.

Беҙ – һуғыш балаларыБеҙ – һуғыш балалары
Беҙ – һуғыш балалары

Минең атайым һуғыш башланғансы ярты йыл ҡалғас, миңә дүрт айлыҡ (бишенсе бала) саҡта вафат булған. Башта ауыл халҡы әсәйҙе – тол ҡатынды йәлләп, бик ярҙам иткәндәр. Хафа бөтә кешенең башына килгәс, ярҙам туҡталған.

Беҙҙең ғаиләгә бигерәк тә ауырға төшкән, сөнки «һалдатка»лар пособие алалар, ә беҙгә бер ни юҡ. Өҫтәүенә, түләүҙәр артҡандан-арта бара. Инспекторҙар кемдең һыйыры быҙаулағанын, һарығы бәрәсләгәнен күҙәтеп кенә тора, тапһалар – һалым һалалар. Иҫемдә, әсәйем һалымдарҙан аптырап бөткәстер инде, бер мәртәбә бәрәсте йәшереп маташҡан ине, уны миңә тоттороп, мейес араһына индереп ебәрҙе. Таптылар. Еләк яланына, көҙгө һалҡындарҙа ялан аяҡ баҫыуға башаҡҡа барһаң да полеводтар ҡыуа, йыйған нәмәңде тартып ала ине. Йәшәрлек бер ниндәй ҙә мөмкинлек булмаған инде. Әсәйҙең складтан әрнеп ҡайтҡаны иҫемдә. Үләнгә ҡушып аш бешерергә бер генә ҡалаҡ булһа ла он һораным, бирмәнеләр, ти. Бигерәк тә аслыҡ ваҡыты 1946-1947 йылдарға тура килде.

1946 йыл ҡаты ҡоролоҡ булып, 1947 йыл яҙ көнө бер ҡабым нәмә ҡалмаған ине. Һыйыр ятып үлде. Әҙ генә ваҡ ҡына картуфты орлоҡҡа ғына һаҡланыҡ. Гел үлән ашы бешерәләр ине. Ни эшләптер ул аш тамаҡтан үтмәй ине. Бешмәгән үлән ашай инем. Шул йылды әсәйем эшкә колхоз һарыҡтарын һауырға йөрөнө. Мине шунда алып барып, йөҙ грамлы рюмка менән һөт эсерә лә, уңай ваҡытын табып ҡайтарып ебәрә ине. Мин һарыҡтың ботонан тотоп торам, йәнәһе. Ҡыҙыҡ ине ул, һәр бер һарыҡты кәртәләнгән ҡапҡаға (ясли тип атайҙар ине шикелле) ябалар ҙа, унлаған ҡатын һауа ине. Бер көнлөк ризығым шул ине. Шуға ла иҫән ҡалғанмын инде, Аллаға шөкөр. Яҙа башлһаң, әйтер һүҙ күп инде. Хәтерләй башлаһаң йөрәк әрней...
Ҡуй инде, беҙ күргәнде башҡалар күрмәһен!


Яҙма Римма Буранбаеваның “Класташтар” сайтындағы сәхифәһенән алынды.

Беҙ – һуғыш балалары
Беҙ – һуғыш балалары
Автор:
Читайте нас