

Шул ваҡыт уға:
– Һеҙҙе колхоз идараһына саҡыралар, – тип килеп әйтәләр. Ул һиҫкәнеп китә һәм ашығып урынынан тороп, күңеленән әллә ниҙәр кисереп, идара йортона табан йүнәлә. Унда барып ингәс, колхоз рәйесенең ҡулына ниндәйҙер ҡағыҙ тотоп, нимә тип һүҙ башларға ла белмәй торғанын күреп: – Әллә иремдән хәбәр бармы? – тип, үҙе лә һиҙмәҫтән, уның ҡулындағы ҡағыҙға барып тотона. “...батырҙарса һәләк булды”, - тигән ҡайғылы яҙыуҙы ҡулына тотоп, рәйестең: “Был хәбәрҙең килгәненә өс көн хәҙер, әйтергә ҡыймай торҙоҡ, бик борсолорға тырышма инде, сабыйҙарыңды уйла”, - тип әйткәнен дә ишетмәй, идара йортонан нисек сығып киткәнен дә белмәй, үҙенә ҡаршы осраған ауылдаштарының уның менән иҫәнләшеүҙәренә иғтибар ҙа итмәй, өйөнә табан атлай.
Ҡапҡа төбөндә баҫып торған ун ике йәшлек улының, әсәһенең, ҡулына ниндәйҙер яҙыу тотоп, ни өсөндөр эштән башҡа көндәрҙәгенән иртәрәк ҡайтып килгәнен күреп, – Әсәй, әллә атайҙан хәбәр бармы? – тип ҡысҡырып һорауы уны айнытып ебәрә. Ул улын ҡосаҡлап ала, күҙҙәре йәш менән тула, тамаҡ төбөнә ниндәйҙер төйөр ултырған һымаҡ итә, тик тупһа аша атлап өйгә кергәс кенә. - Атайығыҙҙың үле хәбәре килде, - тип әйтә лә, һике ситенә ултырып, ике ҡулы менән битен ҡаплап, үҙен-үҙе тыя алмайынса ҡысҡырып иларға керешә. Илап-илап күңеле әҙерәк бушағандан һуң, үҙенең янына йыйылып илашып торған балаларын күреп, күҙ йәштәрен һөртә, уларҙы ҡосағына ала ла ҡалтыранған тауыш менән: –Бәлки был хәбәр дөрөҫ түгелдер, һуғышта бит төрлө хәлдәр була тиҙәр, бына-бына атайығыҙҙан хат килеп төшөр әле, – тип күңеленән ышанмаһа ла, үҙен дә, балаларын да тынысландырырға тырышып урынынан тора. Был турала балалары алдында бер ҡасан да һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа тырыша. Тик үҙе генә, йоҡларға ятҡас, төрлө уйҙарға батып, күпме төндәрен йоҡлай алмай үткәрә. Иренең иҫән түгеллеген уның йөрәге бер нисек тә ҡабул итә алмай. – Ни өсөн? Ни өсөн ул йәш кенә көйөнә был яҡты донъянан китергә тейеш? Беҙ бит уның менән ун ике генә йыл йәшәп ҡалдыҡ, ун ике йыл ун ике көн кеүек һымаҡ та тойолманы бит. Эйе, улар бик татыу йәшәнеләр шул. Юҡ-юҡ, ул был хәбәргә бер ҡасан да ышанмаясаҡ. Иҫән уның ире, иҫән. Ул көтәсәк!
Ошондай уйҙар менән уйланып ятҡан бер төндә, бер нисә төн йоҡлай алмағанданмы, әллә эштән ныҡ арып ҡайтыуҙанмы, тәрән йоҡоға сума һәм төш күрә. Был төшөн, һуғыш яланынан яраланып ҡайтып өйҙә ятҡан ике туған ағаһына һөйләй. Имеш, Вәржи тигән йылғаның икенсе яҡ ярында урынлашҡан Николаевка ауылынан, күптән юғалған кәзәһен эҙләп табып, йылға аша һалынған күперҙән алып сығып, үҙенең йортона алып ҡайта. Был төшөн һөйләгәндән һуң, уның иренең иҫән түгеллегенә бер ҡасан да ышана алмаған күңеленә, ағаһының: “Төшөңдө яҡшыға юрайыҡ, һинең ирең иҫәндер, һуғыш бөткәс, Алла бирһә, бәлки ҡайтып килер әле”, – тигән һүҙҙәре яңы өмөт кенә өҫтәй. Һәм ул ошо көндән башлап иренең һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырына ныҡлы ышана...
Бына һуғыш та бөттө, инде нисәнсе тапҡыр Еңеү байрамдары килде, балалары ла күптән инде үҙ ояларын ҡорҙо. Ә ул, йөрәгенең төпкөлөндә иренә булған сикһеҙ мөхәббәтен һаҡлап, үҙенең һуңғы һулышына ҡәҙәр һаман да күңеленән көттө лә көттө.
Кем белә, уның шулай ҙур өмөт менән көтөүе булмаһа, бәлки, тормош уға - биш бала менән утыҙ ике генә йәшендә тол ҡалған ҡатынға күп тапҡырҙар ауыр булып тойолор ине. Эйе, көтә белде шул ул, көтә белде.
Венера ЯҠУПОВА.