Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
9 май- Еңеү көнө
6 Май 2022, 13:05

Башҡортостан Башлығы Үлемһеҙ полк колоннаһына олатаһы Барый Хәбировтың портретын тотоп сыға

Башҡортостан Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға, колоннала олатаһы, рядовой Барый Латип улы Хәбировтың портретын тотоп барырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Үлемһеҙ полк колоннаһына олатаһы Барый Хәбировтың портретын тотоп сығаБашҡортостан Башлығы Үлемһеҙ полк колоннаһына олатаһы Барый Хәбировтың портретын тотоп сыға
Башҡортостан Башлығы Үлемһеҙ полк колоннаһына олатаһы Барый Хәбировтың портретын тотоп сыға

«Олатайым һуғыштың башынан башлап, аҙағына тиклем ҡатнашҡан, уны Монголияла тамамлаған, ҡаты яраланған. Мин уның батырлығы һәм фашизмды еңгән халыҡтың ҡаһарманлығы алдында баш эйәм. Рәсәйҙә үҙенең геройы булмаған ғаилә юҡ. Үлемһеҙ полк  – атай- олатайҙарыбыҙға Еңеү өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтеү, берҙәм булыуыбыҙҙы күрһәтеү ул. Бөгөн илебеҙ, хәрбиҙәребеҙ йәнә нацистар менән көрәшкән ваҡытта был бик мөһим», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас