

Китмәһендәр ине, күреп тирә-яҡта
Вайымһыҙлыҡ, алдаҡ, бысраҡлыҡты.
Китмәһендәр ине татып туғандарҙан
Уҫаллыҡты, йәбер, насарлыҡты.
Ап-аҡ сәсле Еңеү һалдаттары,
Кисерегеҙ, ҡәҙер күрһәтмәһәк.
Кисерегеҙ, әгәр балаларҙы
Яҡшылыҡҡа ныҡлап өйрәтмәһәк.
Кисерегеҙ, йылы һүҙ етмәһә,
Тоғро һаҡсылары тыуған ерҙең!
Һеҙҙең батырлыҡты, тарих битен
Онотмаҫҡа бурысыбыҙ беҙҙең.
Ап-аҡ сәсле Еңеү һалдаттары
Күмәкләшеп китә арабыҙҙан.
Ил тип башын һалған
фронтовиктар менән
Атлай улар Еңеү парадында.
Гөлнар АСҠАРОВА,
3-сө башҡорт лицей-интернатының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.