Шунан стеналағы исемлектән Ғәлимов Миңнезәки Закир улы тигән юлдарҙы эҙләп табып, сикһеҙ ғорурланыу тойғоһо кисереү… Ошо тойғо быуындан-быуынға күсеп, ғүмер буйы оҙатып бара. Ҡайҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан… Еңеү көнөн билдәләү, байрам итеү бала саҡтан ҡаныбыҙға һеңгән. Быйыл Стәрлетамаҡта ул нисек үтәсәген күҙ алдына баҫтырыу ниәте менән ҡалабыҙҙың Ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Абдулғәни улы Ғәбитовҡа мөрәжәғәт иттек.
Уның һөйләгәндәренә ҡарағанда, ҡалабыҙҙа Еңеү байрамын ҡаршыларға әҙерлек бик көслө бара. Был мәсьәләне ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов үҙе контролдә тота икән. Иң беренсе, башҡа йылдарҙан айырмалы булараҡ, беҙҙә хәрби техника парады буласаҡ. Танктар, БТР ерҙә булһа, Стәрлетамаҡтың күк йөҙөн самолеттар биҙәйәсәк. Шулай уҡ һәр кәңәшмә һайын Рөстәм Фәрит улының 9 майға ҡарата ҡала биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса мөрәжәғәте – беҙҙең яҡты киләсәк өсөн ата-бабаларыбыҙ баш һалған һуғышта Еңеү көнөн лайыҡлы байрам итеү маҡсатында бер этәргес көс тә булып тора. Өлкән быуын кешеләре уҙғарылған субботниктарҙы шатланып ҡабул итә. Сөнки элек-электән ул таныштар, дуҫтар менән аралашыу майҙаны ла булып торҙо. Элек һәр биләмәгә предприятие, ойошмалар беркетелә ине. Ошо матур традицияны ҡайтарыу яғында ҡәҙерле ветерандарыбыҙ. Йорт алдарын таҙартыуға килгәндә инде, был һәр кемдең гражданлыҡ бурысы булып тора. Халыҡтың күбеһе быны аңлай ҙа. Ләкин шул уҡ ваҡытта быны РСУ ДОР, идара итеүсе компаниялар ҡарарға тейеш тип иҫәпләүселәр ҙә бар икән. Ә инде ветерандарға килгәндә, улар үҙҙәре Ветерандар аллеяһын таҙартып, ҡалабыҙҙы матурлауға үҙ өлөшөн индергәндәр.
Иң мөһиме, Еңеү яҙын бергә ҡаршыларға ҡалабыҙҙа нисә ветераныбыҙ бар? Барлығы 17 ветераныбыҙ иҫән бөгөн. Шуларҙың береһе Ишембай районының Әхмәр ауылында көн күрә. Ҡалғандарының Еңеү байрамында ҡатнашырға теләктәре лә, хәлдәре лә юҡ булып сыҡты. Ни бары алты ветеран ғына йорт ҡаршыһына сығып ултырырға теләк белдергән, улары ла хәлдәре хөртәйеп китмәгән осраҡта. Әлбиттә, быға аптырарға түгел. Сөнки ошо йылдың декабрендә ветерандарҙың иң йәше – Фадичев Вадим Тимофеевичҡа 95 йәш тула. Ә иң өлкәне – Ефимов Николай Михайловичҡа ошо йылдың 12 февралендә 102 йәш тулды… Шулай уҡ демонстрацияға сығырҙар тип өс ветеранға өмөт бағлана. Уларҙы хәстәрләгән ирекмәндәргә рәхмәт.
Әлбиттә, ҡалабыҙҙа һуғыш балалары нисәү булыуы менән дә ҡыҙыҡһындым. Һуңлап булһа ла был статусты раҫлауҙары һөйөндөрә. Үкенескә ҡаршы, был шатлыҡты күптәр күреп өлгөрмәне. Шулай итеп, ҡалабыҙҙа теүәл 10 мең 800 һуғыш балаһы рәсми танылған булып сыға. Әйткәндәй, быйылғы Еңеү көнөндә ҡалабыҙҙа «Үлемһеҙ полк» үтәсәк, пандемия арҡаһында һуңғы ике йыл туҡталып ҡалғайны бит! Шулай уҡ мине иң ҡыҙыҡһындырғаны - ике ҡулдың бармаҡтарына ла тулмаған һуғыш ветерандарына Еңеү көнөндә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелерме? Был йәһәттән Колхоз баҙары директоры Суфиянов Рәйес Иршат улына һәм «Риком- Инвест» идарасы компанияһы директоры Райманов Ринат Фаат улына рәхмәтле ветерандар. Бер күрешкәндә ҡалабыҙҙа йәшәүсе хеҙмәт ветерандарының көнкүреше менән дә ҡыҙыҡһындым. Беҙҙә улар ҙа ҡәҙерле, сөнки хеҙмәт ветерандары эшләп киткән һәр ойошма, һәр предприятие улар тураһында хәстәрлек күрә икән. Был йәһәттән “УКТАУ” менән «БСК»ны маҡтап телгә алырға ғына ҡала. Яңыраҡ ветерандарыбыҙға Троллейбус идаралығының музейына экскурсия ойошторолоп, онотмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалған. Бөйөк Еңеүҙең күркәм байрамын ифрат та матур үткәреребеҙгә иманым камил.
Римма ҒӘЛИМОВА.