Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
9 май- Еңеү көнө
6 Май 2022, 06:20

Һуғыш яралары һаман тынмай әле...

Бөгөн эҙәрмәндәр илдең төрлө төбәктәрендә тарихи дөрөҫлөктө булдырып, хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән һалдаттарҙың әйберҙәрен, документтарын йә ҡәберҙәрен табып, шәхестәрен асыҡлап, уларҙы туғандарына тапшыра.

Был йәһәттән тарихсы Марат Тикеев Стәрлетамаҡтың 170-се уҡсылар дивизияһының тәүге формированиеһында һәләк булған һалдаттарҙың кәүҙәләрен эҙләү, тарихи дөрөҫлөктө замандаштарыбыҙға еткереү буйынса күп эштәр алып бара.

– 170-се уҡсылар дивизияһының беренсе формированиеһы 1939 йылда Урал хәрби округында төҙөлә. Дивизия штабы һәм частарҙың күпселеге Стәрлетамаҡта урынлашҡан була. 1941 йылдың 22 июненә дивизия Башкомандование резервындағы 22-се армияның 62-се уҡсылар корпусына индерелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың икенсе көнөнә, 1941 йылдың 23 июнендә, дивизия частары фронтҡа китә башлай, ә 29 июндә тәүге эшелондар Псков өлкәһенең Кузнецовка һәм Себеж райондарында туҡтала. 1941 йылдың июнь аҙағы-июль башында иһә дивизия, позицияла 186-сы уҡсылар дивизияһы частарын алмаштырып, нығытылған Себеж районында урынлаша. 3 июлдән дивизия частары Себеж районына һөжүм иткән моторлаштырылған “Т” SS дивизияһы частары менән һуғыша. Бишенсе июль кисендә беҙҙең ғәскәрҙәр 5-6 километрға ҡыҫырыҡлана. Унынсы июлгә 51-се уҡсылар корпусының 170-се уҡсылар дивизияһы Кременец ҡалаһы, Кузнецовка станцияһы, Себеж күленең көнсығыш яры, Селявы, Скоробово, Долгоново, Тепляки ауылдары эргәһендә дошман хәрәкәтен туҡтата. Ә 13 июлдә ул һөжүмгә күсеү тураһында приказ ала. Башта һөжүм уңышлы бара. Дошманды Кузнецовка станцияһына тиерлек алып ташлайҙар, ләкин кискә ҡарай Идрицаға табан күсенергә мәжбүр булалар, сөнки немецтар тере көстә лә, утҡа тотоу саралары йәһәтенән дә өҫтөнлөк итә, – тип һөйләй әңгәмәсем. Ысынлап та дивизияның яҙмышы бик аяныслы: “Генерал-майор Т.К. Силкин Великие Лукиҙы обороналау командиры итеп тәғәйенләнә һәм ҡала өсөн барған һуғышта һәләк була. Дивизияға етәкселек итеүҙе полковник Николай Матвеевич Ласкин (16.07.1941 – 04.10.1941) үҙ иңенә ала. 17 июлдә Пустошка янында барған ҡаты алыштарҙан һуң ҙур юғалтыуҙар кисергән дивизия ике төркөмгә бүленә.

20 июлдә дивизия Невелдән төньяҡ-көнбайыштараҡ ятҡан Уставное ауылына барып етә. Бында уға Невель ҡалаһына табан юлда дошманға һөжүм итеү бурысы ҡуйыла. Ныҡлы ҡаршылыҡҡа осрағандан һуң, ул Тельное-Хамчино янында туҡтала. 51-се уксылар корпусына ингән дивизияға 21 июлгә тиклем Ленинград шоссеһы яғынан фронттың төп көстәренә һәм үҙенең тылына юл ябыла. Корпус командирының фарманы буйынса дивизия ҡаты һуғыштар алып бара, Бегуново – Заболотье сигендә дошман фронтын өҙөргә, ҡамауҙан сығырға тырыша. Бөтә көс ошо бурысты үтәүгә йүнәлтелә, әммә дивизия уңышҡа өлгәшә алмай.

1941 йылдың 26 июлендә дивизия тупланған урынға, йәғни Докухино, Дубняки, Ушица совхозы яғына юллана. Көн тамамланыуға бурыс үтәлә. Төндә, армия буйынса фарманға ярашлы, 98-се, 112-се һәм 170-се уҡсылар дивизияһының ҡалған көстәренән 170-се уҡсылар дивизияһы төҙөлә.
1 авгусҡа дивизия Долгое күле, Плаксино ауылы эргәһендә дошмандың һөжүмен кире ҡаға. Беҙ тарих биттәрендә 1941 йылдың 4 октябрендә дивизия тарҡатыла” тигән юлдарға яңынан юлығабыҙ. Ә бит 170-се дивизия хаҡында хәрби хәрәкәттәр хроникаһында быға тиклем бөтөнләй иҫкә лә алынмаған булған. Фәҡәт Псков өлкәһендә табылған ҡалдыҡтар буйынса тарихтың яңы биттәре асыла.

Әлеге ваҡытта эҙәрмәндәр ҡалған һалдаттарҙы ла эҙләйҙәр. Беҙҙең Башҡортостан һалдаттары беренселәрҙән булып фронт һыҙығына ебәрелә, уларҙың барыһы ла һәләк була тиерлек. Тере ҡалғандарын бөртөкләп иҫәпләрлек. Түбәндәге ваҡиға бының асыҡ миҫалы.

– Әлеге фотонан йылмайып бағыусы егет – 1912 йылда тыуған Васильев Степан Петрович. Ғаиләһе, туғандары уны шулай иҫендә ҡалдырған. Тыныс тормоштағы һуғышҡа тиклемге фото. Левашовкалағы спирт заводында эшләгән ул. Уның ишле ғаиләһендә ҡатыны Анастасия Афанасьева, береһенән-береһе бәләкәйерәк балалары – Мария, Нина, Михаил, игеҙәктәр Иван һәм Зоя һуғыш башланыр алда ғына 1941 йылдың майында донъяға килгәндәр. Алда башланмаған тормош хыялдары торһа ла 1941 йылдың 22 июнь йәкшәмбеһе бөтә хыялдарҙы селпәрәмә килтерә. Молотовтың сығышын радионан тыңлағандан һуң, Стәрлетамаҡ хәрби комиссариаты һәм фронтҡа китеп барғанда яҙылған берҙән-бер хат: “...станцияла торабыҙ, артиллерия канонадаһы ишетелә” һәм 80 йылға һуҙылған тынлыҡ... Хәҙер беҙ шул саҡтағы артиллерия канонадаһының Степан Петровичтың ғүмерен өҙгәнен беләбеҙ инде. Гитлер армияһының һөжүме Балтик буйындағы Ҡыҙыл Армия частарын киҫәктәргә өҙә һәм июль башында вермахт һәм СС “Тотенкомпф” дивизияһы нығытылған Себеж районына сыға. Бында Кузнецовка станцияһында 170-се Стәрлетамаҡ уҡсылар дивизияһы частары эшелондары килеп туҡтап урынлаша. Прибалтиканан сигенгән РККА частары ла бында йыйылып яңынан тупланалар. Ошо сафта яңы ғына 170-се дивизия составында килгән ҡыҙыл армеец Степан Васильев һәм Каунастан сигенгән 188-се дивизияның артиллерия оҫтаһы  Белоруссия егете Иван Байдак та була. Бында, Кузнецовка станцияһы янында улар өсөн һуңғы көрәш... Ҡаты артиллерия һөжүме уларҙың ғүмерен киҫәктәргә өҙә. Был һуғышта һәләк булғандарҙың арһынан 11 кыҙыл армеецтың кәүҙә ҡалдыҡтары ғына табыла, шуларҙың өсөһөнең генә шәхесе билдәле бөгөн: Яҡуп Миңнеғолов, Иван Байдак һәм яҡташыбыҙ Степан Васильев. Яҡуп Миңнеғолов Дәүләкәндә ерләнгән. Иван Байдаҡтың табылған һөйәктәре Белоруссияға ебәреләсәк. Яҡташыбыҙ Степан Васильев өс полкташы менән бергә һәләк булғанға күрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның һөйәктәрен айырып та, билдәләп тә булманы, ти Марат Данис улы, Степан Петрович Васильев Псков өлкәһенең Заситино ауылындағы хәрби мемориалында туғандар ҡәберендә ерләнгән. 1941 йылдың йәйендә ул фәҡәт ошо ерҙе яҡлап һәләк булған. Степан Петровичтың ейәне Сергей Иванович һәм уның башҡа ике туған ҡустылары Виктор Тимофеевич менән Алексей Викторовичҡа олатаһы һәм бабалары тураһында мәғлүмәт һәм фотоһүрәт биргәндәре өсөн эҙәрмән рәхмәттәрен  еткерә.

Тарихсы беҙҙең һалдаттарҙы юҡ иткән Мария Рыкова хаҡында ла ентекле итеп һөйләне. Быныһы инде айырым тарих...

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото Марат Тикеевтың эҙәрмәндәр отряды архивынан.

 

 

Һуғыш яралары һаман тынмай әле...
Һуғыш яралары һаман тынмай әле...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас