Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
9 май- Еңеү көнө
6 Май 2022, 11:46

Йөҙ йәшеңдә лә ҡотларға яҙһын, ветеран!

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һуғыш ветерандарының сафы, йылдан-йыл ғына түгел, көндән-көн  һирәгәйә бара. Бөгөнгәсә иҫән-һау булғандары – иң-иң бәхетлеләрелер. Ана шуларҙың береһе Михаил Кондратьевич Дегтярёв – ҡалабыҙҙағы иң өлкән  ветерандарҙың береһе.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан ҡалабыҙҙың Тыуған яҡты өйрәнеү музейында Михаил  Дегтярёвтың фотокүргәҙмәһе асылды. Үкенескә ҡаршы, 98 йәшен тултырырға торған яугир үҙе күргәҙмәгә килә алманы. Күргәҙмәгә йыйылыусыларҙы ҡала Советы ветерандары рәйесе Тәлғәт Ғәбитов етеп килгән Еңеү байрамы менән ҡотланы һәм яугир ветерандың тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Унда шулай уҡ ветеран сығыш яһаған видеояҙмалар күрһәтелде.

 Михаил Дегтярёвтың  фронт  биографияһы пулемёт взводы командиры булараҡ башлана.

Чкалов (хәҙерге Ырымбур) пулемёт училищеһын тамамлаған ун һигеҙ йәшлек үҫмер дәһшәтле 42-се йылда һуғышҡа алына. Белоруссияны, Польша менән Көнсығыш Пруссияны азат итеүҙә ҡатнаша.

Утты-һыуҙы кискән фронтовик түшен ике Ватан һуғышы  ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ  ордены һәм бихисап хәрби һәм юбилей наградалары биҙәй.

Ҡайҙарҙа ғына эшләргә өлгөрмәгән ул  үҙенең бер быуатлыҡ ғүмерендә: Сода заводында ла, тотҡондар өсөн колонияла ла эшләй. Әммә яратҡан шөғөлөнән айырылмай: фронттан ҡайтҡас, яугир үҙе әйтмешләй, пулемётын фотоаппаратҡа алмаштыра һәм ярты быуаттан ашыу ғүмерен  фотограф  эшенә бағышлай. Пионерҙар йортонда фото түңәрәгендә  йәш быуынды фото серҙәренә төшөндөрә,  Стәрлетамаҡ педагогия институтының йәмәғәт һөнәрҙәре факультетында ла (ФОП) уҡытыта.

Ә бына фотоаппаратты ул тәүге тапҡыр   пулемёт училищеһында  курсант сағында ҡулына ала. Әммә ул саҡта фотография ҡайғыһымы һуң инде...

 Фронттан ҡайтҡас, яугир үҙе әйтмешләй, пулемётын фотоаппаратҡа алмаштыра һәм ярты быуаттан ашыу ғүмерен яратҡан эшенә бағышлай. «Стерлитамакский рабочий», «За родину», «Советская Башкирия» гәзиттәрендә штаттан тыш фотокорреспондент булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та был шөғөлөн ташламай, киреһенсә, булмышы менән ошо эшкә сума.

Михаил Дегтяревтың фотокүргәҙмәһендә  ветерандар: “Ниндәй матур, иҫтәлекле һүрәттәр! Йәшлек йылдарыбыҙға алып ҡайтҡандай булды!” тип һоҡланып ҡарап йөрөнө. Хәҙер  генә ул теләһә кем фотоға төшөрә ала. Ә бит ул замандағы аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр һирәк осрай торған күренеш булған.

Бик  күп эштәр башҡарған тынғыһыҙ шәхес тураһында ҡалын китап яҙырға булыр ине. Ғүмеренең бер минутын да әрәм итмәй, эшһеҙлектән ҡул ҡаушырып ултырғандарҙы яратмай ул. Көр күңелле яугир ветеран ошоғаса  ҡомарланып донъя көтөүе менән дә һоҡландыра.Бынан  өс-дүрт йыл элек ул хатта үҙенең тыуған Рязановка ауылында өй һалып ғәжәп итте барыһын да. Баянда ла, пианинола ла уйнай, балалайкаһында ла сиртә, таҡмағын  әйтеп бейеп  ебәрһенме!  

Бына шулай күкрәп-йәшнәп йәшәргә яҙған уға. Йөҙ йәшеңдә лә ҡотларға яҙһын, хөрмәтле ветеран!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Йөҙ йәшеңдә лә ҡотларға яҙһын, ветеран!
Йөҙ йәшеңдә лә ҡотларға яҙһын, ветеран!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас