Ураҙа ғәйете көндө меңдәрсә мөьмин-мосолман ҡалабыҙҙың Ҡаранай Моратов урамында төҙөлөп ятҡан Мөхаммәтсәлим мәсетенә ағылды. Эйе, тап ошо мәсет янындағы майҙанда ғәйет байрамдары гөрләп үтә һәм ул йылдан-йыл халыҡты күпләп үҙенә йыя. Бында, иркен яланда ғәйет намаҙы уҡығандан һуң күптән матур традицияға әйләнгән һабантуй, спорт ярыштары уҙғарыла, байрам уңайынан сауҙа ойошторола. Бынан тыш, балалар өсөн төрлө аттракциондар эшләй. Байрамға килгән һәр кем ғәйет уңайынан былау һәм сәй менән һыйлана ала. ТТимәк, йәш быуын матур йолаларыбыҙҙы күреп үҫә.ТУраҙа ғәйете мәрхәмәтлек, мохтаждарға ярҙам итеү байрамы. Был көндө Стәрлетамаҡ мосолмандары Донецк һәм Луганск республикаларынан килгән күскенселәрҙе «Берёзка» шифаханаһында былау менән һыйланы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандары имам-хатибы Ришад хәҙрәт туғандаш халыҡтарға иң изге теләктәрен еткерҙе.
Р.ҠОБАҒОШОВА.