Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
9 май- Еңеү көнө
7 Май 2022, 12:10

Ғәжәп кеше ул Зәкирә апай!

“...Атайым үлгәндә миңә дүрт кенә йәш булған. Атайымды ҡосаҡлап ятҡанымды яҙа-йоҙа ғына хәтерләйем, уға 73 йәш булған. Мин уның хатта үлгәнен дә аңламағанмын, йоҡлай икән тип, муйынынан ҡосаҡлап йоҡлағанмын, - тип һөйләй Зәкирә апай атаһы тураһында. – Атайым Ғәҙелгәрәй Сәлимов Батша армияһында 25 йыл хеҙмәт иткән. Бик белемле кеше булған, русса таҙа һөйләшкән һәм хаттарын да рус телендә яҙған. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас урмансылыҡ хужалығында эшләгән.

...Һуғыш сыҡҡас, дүрт ағайым да бер-бер артлы һуғышҡа алына. Иң оло Батыргәрәй ағайым һуғыш башланған көндәрҙә үк үҙ теләге менән китә. Пленға эләгеп, аслыҡтан бик күп михнәттәр сигеп, 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайтты. Үҙе бик башлы, белемле кеше ине. Колхозда бригадир булып эшләне. Тик, үкенескә ҡаршы, пленда булған тигән мөһөр тағып, артабан үҫергә ирек бирмәнеләр, ғүмер буйы эҙәрлекләп, аяҡ салыусылар табылып торҙо.

Унан ҡала уртансы Бәхтегәрәй ағайым да ун ете генә йәшендә үҙ ирке менән һуғышҡа китә, бер айҙа танкисҡа уҡып сығып, командир була. Атайым фронтҡа ярҙам итер өсөн, һыйырын һатып аҡсаһын Өфөгә ярҙам фондына ебәрә. Бәхтегәрәй ағайым Сталинград яланында танкы менән бергә хәбәрһеҙ юҡ була...

Иң кесеһе Мөхәмәтгәрәй ағайым ун дүрт йәшенән колхозда “газогенератор” тип аталған утын яғып йөрөтөлә торған тракторҙа ер һөрә. Ул да йәшләй генә Япон һуғышына эләгә, командир була. Мөхәмәтгәрәй ағайым Маньчжурияла һәләк була. Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.”

Бына шундай йөрәк тетрәндергес хәтирәләргә бирелеп алды Зәкирә апай үҙенең бала сағын иҫкә төшөрөрөп.

“Әсәйем ошо ҡайғыларға нихәл түҙгәндер, күңелен эш менән йыуатты. Үҙе бик эшсән булды, күн иләп итек текте, беҙ ҡыш көнө лә итек кейеп уҡырға йөрөнөк. Әсәйем һабын да ҡайнатып эшләне, хатта тоҙға хәтлем үҙе эшкәртте, Көҫәпҡолдан тоҡ менән күтәреп алып ҡайта ла, ҡайнатып таҙарта ине.

Ғаиләлә иң бәләкәсе мин, минән олораҡ ике апайым донъя йөгөн бергәләп һөйрәйбеҙ, әсәйем иртә таңдан колхоз эшендә. Беҙ ҙә ҡулдан килгәнсә уға ярҙам итәбеҙ. Ураҙбайҙа дүрт класты, Этҡолда ете класты уҡып бөткәс, әсәйем яңғыҙ ҡалмаһын тип, колхоз эшендә эшләнем. Кинйә бала булһам да, малайҙар эше тип һайланып торманым: бәләкәй сана һөйрәп утынға ла йөрөнөм, кәртәһен дә кәртәләнем, ирҙәр ыңғайына бесәнен дә саптым. Шуғалыр инде әсәйем гел “Тимерҡаҙығым” тип ярата торғайны.

Мәктәптә уҡығанда уҡ йүгереү, волейбол уйнау һымаҡ спорт төрҙәренә әүәҫ булдым, бәләкәйҙән спектаклдәрҙә ҡатнашып йөрөй торғайным. Ошо әүҙемлегемде күрептер инде, комсорг итеп ҡуйҙылар”, - ти ул.

Маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ егерме йәшендә Стәрлетамаҡҡа килеп, төҙөлөш эшенә урынлаша. Алтылағы – алтмышта, тигәндәй, ҡалала ла юғалып ҡалмай, әүҙем тормош алып бара. Наил Бикмәтов тигән егет менән тормош ҡороп, ике ҡыҙ, бер ул табып, матур ғына йәшәп ятҡанда, яҙмыш уларҙың юлдарын айыра. Үкенескә ҡаршы, ауыр ҡайғылар ҙа урап үтмәй Зәкирәне. 19 йәшлек кенә ҡыҙы бөйөр ауырыуынан һауыға алмай, донъя ҡуя. Тик, бөгөлөп төшә торғандарҙан түгел Зәкирә, сәмләнеп донъяһын көтә, ҡалған балаларын бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. “Аллаға шөкөр! Балаларым хәҙер үҙҙәре олпат йәштәләр. Ҡыҙым Ҡырымда йәшәй, улым – Себерҙә. Хәҙер балалары үҙҙәре башлыкүҙле булды инде – бер ейәнсәрем Санкт-Петербургта аспирантурала уҡып йөрөй, шунда эшкә ҡалды, икенсе ейәнем – Себерҙә коллежда уҡытыусы”, - тип дауам итә ул һүҙен.

Зәкирә апайҙың шул сифаты һоҡландыра: ул замандан ҡалышмаҫҡа тырыша, өс бүлмәле фатирында әленән-әле йыһазын яңыртып, ҡаралтыһын алмаштырып ҡына тора. Юҡһа уның йәшендә күптәрҙең йәшәүгә дәрте һүрелеп ҡала. Ә ул иһә, яңы ғына йәшәй башлағандай, йәштәргә биргеһеҙ итеп, дәртләнеп донъя көтә.

Һис кенә ҡул ҡаушырып ултырмай, телевизор ҡараған арала ла матур-матур селтәрле шәлдәр бәйләргә ярата. Һынауҙарҙы сабырлыҡ менән үткәреп, мосолмандар өсөн фарыз булған исламдың биш нигеҙен үтәргә тырыша ул: биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡып, ураҙаһын тотоп, әжер-сауаптарын алыуҙы ниәт итеп ҡуйған. Ваҡытын юҡ-барға әрәм итмәй апай, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының иң әүҙем тамашасыларының береһе лә ул. Бер спектаклде лә ҡалдырмай ҡарап бара.

Тағы ла шуныһы: Зәкирә Бикмәтова “Ашҡаҙар” гәзите сыға башлағаны бирле, бер ҡалдырмай алдырып бара, үҙе лә ҡыйыу фекерҙәре менән сығыш яһаған әүҙем уҡыусыбыҙ ҙа ул.

Шунан уның тағы бер һоҡланғыс яғын әйтмәй булмай – зауыҡ менән кейенергә ярата. 85 йәшендә лә теремек, тәүәккәл Зәкирә апай. Хәҙер олоғайҙым инде тип аптырап тормай, әле Ҡырымға ҡыҙы янына барып ҡайтһынмы, әле Себергә улы янына сығып китһенме. “Диңгеҙгә барып ҡолас ташлап йөҙөп дәрт-дарман алып ҡайтам, ти ул һөйөнөп. Ҡара диңгеҙҙең тымыҡ һыуынан йәнемә ял алып, Азов диңгеҙенең радон сығанаҡтарынан, тоҙло күленән тәнемә шифа алып, таяғымды ташлап ҡайтып киттем”, – тип һөйөнә. Үҙебеҙҙәге “Ольховка” санаторийына бассейнға йөрөргә лә ярата ул. Бына әле лә “Ашҡаҙар”ға яҙылып, бассейнға юллама отайым тигәйнем, – тип шаяртып та ебәрә йор күңелле апайыбыҙ.

Тәү ҡарашҡа сибек кенә, башҡаларҙан әллә ни айырылып тормаған, күҙгә ташланып та бармаған һымаҡ ул. Әммә ихтыяр көсө, рух ныҡлығы, сәмлелеге, тәүәккәллеге менән ғәжәп итә Зәкирә апай! Һис аптырап тормаҫ, ейәнсәре янына ҡунаҡҡа Питерға ла барып сыҡмаҫ тимә! Донъяның әсеһен-сөсөһөн татып үҫкән һуғыш балаһы бит ул!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Ғәжәп кеше ул Зәкирә апай!
Ғәжәп кеше ул Зәкирә апай!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас