Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
9 май- Еңеү көнө
8 Май 2022, 04:30

ТЫУҒАН ЙЫЛЫН “ҮҘГӘРТЕП”, ҺУҒЫШҠА КИТӘ

Фронтта Валентина Соловьева иңенә ҙур бурыс йөкмәтелә Стәрлетамаҡ ҡыҙы Соловьева Валентина Ивановна Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һауаға ҡаршы оборонаның зенит артиллерияһы полкында  хеҙмәт итә.

...Валя мәктәптә уҡып йөрөгәндә телефонды беренсе тапҡыр күреп аптырай. Ул заман телефондар ҡул менән әйләндермәле була. Нисек инде Мәскәүҙә йәшәгән кешеләрҙең тауышы ошо “ҡара тәрилкә”нән ишетелә икән тип ғәжәпләнә. Шул мәлдән алып  ул телефон менән ҡыҙыҡһына башлай. Стәрлетамаҡтағы 3-сө мәктәптә ете класты тамамлағас ул, телефон серҙәренә төшөнөр өсөн ОСОАВИАХИМ  берекмәһендә (хәҙерге ДОСАФ һымаҡ) курстарға уҡырға йөрөй. Тик... “Ҡара тәрилкәгә” ҡарап аптырағанда ла, уның серҙәренә төшөп уҡып йөрөгәндә лә Валентина Ивановна күҙ алдына ла килтермәгәндер әле: күп тә үтмәҫ иң аяуһыҙ барған яуҙар менән хәтерҙә ҡаласаҡ фронтта нәҡ ошо ҡыҙ әлеге тәрилкәнән ағылған мәғлүмәт һымаҡ мәғлүмәт менән дивизиялар менән дивизияны тоташтырыусы, штабтан фронтҡа хәбәр еткереүсе ролен үтәйәсәк!..

– Һуғыш сыҡҡан көндө әлегеләй хәтерләйем, теге “ҡара тәрилкә” аша һуғыш башланыуы тураһында иғлан иткәндәрен ишетеү менән ҡалаға эвакуацияланыусылар килтерелә башланы, – тип хәтерләй ул мәлде Валентина Ивановна.

Ул, оҙаҡ уйлап тормай, әхирәте Сергакова Анастасия Васильевна менән йыл ярымлыҡ медсестралар курсына уҡырға инә. Курсты тамамлау менән ҡыҙҙар һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап хәрби комиссариатҡа ғариза яҙа. Тик һуғышҡа алынырға йәше етмәгәнлектән, кисектереп торалар. Ҡыҙҙар уйлап тормай, тоталар ҙа берҙән-бер документ булған комсомол билетындағы тыуған йыл датаһын үҙгәртәләр!.. Хәйер, ул заман фронтҡа эләгер өсөн йәштәрҙең күбеһе шулай итә. Шулай итеп, ысынында 1926 йылда тыуһа ла, тыуған йылын ул 1925 тип төҙәтә. Бына шулай Ватанды яҡлау теләге ҙур була ул заман йәштәрендә. Шулай итеп, ҡыҙҙар 1943 йылда һуғышҡа алына. Тик, икеһе ике полкка эләгеп, юлдары айырыла.

 Валя Курск фронтына эләгә, аҙаҡ Беренсе Украина фронтына күсерелә. Зенит артиллерияһы батареяһына санитар инструктор итеп ҡуялар. Тик телефонистар етешмәгәнлектән, телефонист итеп күсерәләр. Һуңғараҡ 1886-сы полктың 2-се дивизияһында өлкән телефонист була. Бында уға ефрейтор званиеһы бирәләр. Һуғыштың аҙағынаса ул ошонда хәрби бурысын үтәй.

– Һуғыш һинең һөнәреңде һорап тормай шул, кәрәк икән, телефонист, кәрәк икән табип, кәрәкһә, ҡулыңа мылтыҡ алып алға ҡарай йүгерергә лә тура килә, – тип хәтерләй яу йылдарын ветеран.

Еңеү өсөн һуғышта, әлбиттә, һәр кескәй генә күренеш тә тиерлек мөһим. Һәр аҙым ҙур һөҙөмтә биреүе бар. Ә бына штаб һәм башҡа дивизиялар менән бәйләнеш, элемтә, уның сифаты өсөн яуап биргән телефонистар, радистар иңендә айырыуса яуаплылыҡ ята. Сөнки килеп еткән хәбәрҙең ваҡытында-мәлендә йәки, киреһенсә, саҡ ҡына һуңлауы ла ҙур һөҙөмтә-эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта сымдың теге осонан ниндәй хәбәр килә бит әле.

– Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ үҙебеҙ ниндәй хәбәр еткергәнде, кем менән һөйләшкәнде лә белмәй инек, сөнки бөтә мәғлүмәт кодлы ине. Иң мөһиме, шул дивизияның командиры “бишенсе”, быныһы “алтынсы” тип иҫтә ҡалдырырға кәрәк ине. Кем белә, беҙ бәлки ҙур яуға хәбәр ҙә еткергәнбеҙҙер, ҙур Еңеүҙе килтергәнен дә!.. – ти хөрмәтле ветеран.

Телефонда ҡыҙҙар алмашлап дежурҙа булалар, әммә ҡорамалдан айырылған арала ла һуғыш “ял иттермәй” шул. Ә бер ваҡыт хатта улар һаунан килгән һөжүмгә ҡаршы оборона тотоусы дивизия булараҡ, атака менән ябырылған дошман самолетын бәреп төшөрәләр, летчиктар ҡулға алына һәм штабҡа оҙатыла! Ә шулай ҙа һуғыштан бынан бигерәк икенсе ваҡиға мәңгелеккә хәтерендә ҡала Валентина Ивановнаның:

– Фронтҡа барып та төштөк, нәҡ шул мәлдә дошман бомбаға тота башламаһынмы! Ҡайҙа инергә белмәйбеҙ ҡыҙҙар менән, ҡот осто, илайбыҙ, әммә ныҡ булырға тырышабыҙ, шулай өйрәндек инде дошманға ҡаршы торорға, был ваҡиға әле лә төшкә инә, – тип күҙ йәштәрен һөртә әңгәмәсем.

Дәшһәтле һуғыш үтә Валя, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша, ул бының менән ғорурланһа, шул уҡ Украинала инде бөгөн барған хәлдәрҙе күреп әсенә.

– Ул саҡта ла шулай теләнем, әле хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын теләйем. Дошанды дөмөктөрҙөк тә бит, күрәһең, тамырҙары барыбер ҡалған... Донъялар имен булһын! – тип тамамланы һүҙен Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Соловьева.

Һуғыш бөткәс, Валентина Ивановна 1945 йылдың 6 авгусында тыуған ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа  әйләнеп ҡайта. Яугир  ҡыҙ, һуғыштан ҡайтыу  менән, бер аҙна ла үтмәй, эшкә сыға. Ни тиһәң дә, һуғыштан  һуң аслыҡ, юҡсылыҡ заманы, ашарға ла, кейенергә лә кәрәк бит.

Валентина Соловьева байтаҡ ваҡыт ҡала хакимиәтенең социаль тәьминәт бүлегендә өлкән бухгалтер була, унан һуң “Башкиравтодор" юл төҙөү-ремонтлау идаралығында утыҙ йылдан ашыу юл мастеры булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Валентина Ивановнаның хәтере әле лә бик яҡшы, башынан үткәндәрен тыныс ҡына итеп сәғәттәр буйына һөйләргә лә әҙер ул. 97-се йәше менән барған яугирҙың өйөн үҙ ҡулдары менән сигеп эшләгән картиналары биҙәй. Ҙур оҫталыҡ һәм зауыҡ менән башҡарылған улар. Әлбиттә, был йәһәттән уның рухи көсө, сәләмәтлелеге генә түгел, инәйҙең ниндәй тәрбиәлә булыуы ла иғтибарға лайыҡ: ҡыҙы Людмила Михайловна Соловьеваның тырышлығында ла беҙ бөгөн ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы Валентина Ивановна бар тибеҙ!

Валентина Соловьеваға ла, уның баларына ла  иҫәнлек-һаулыҡ,  йөҙгәсә йәшәүен теләйек.

Роза САФИНА, Рәмил МАНСУРОВ.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһында: Валентина Ивановна ҡыҙы Людмила Михайловна менән.

 

ТЫУҒАН ЙЫЛЫН “ҮҘГӘРТЕП”, ҺУҒЫШҠА КИТӘ
ТЫУҒАН ЙЫЛЫН “ҮҘГӘРТЕП”, ҺУҒЫШҠА КИТӘ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас