

Шуныһы ҡыуаныслы: Уларҙың һәр кеме һуғыш яланында ятып ҡалған йә һуғыш яраларынан һыҙланып йәшәгән, ғүмерҙәре өҙөлгән яҡындарының иҫтәлектәрен күңел түрҙәрендә ҡәҙерләп һаҡлай.
- Ошо байрамға килһәм, үкһеп илап ҡайтам. Сөнки, ҡасандыр мине атайым елкәһенә ултыртып Еңеү байрамына алып килә торғайны, ә бөгөн мин атайым Ғәлимов Имаметдин Ғиләж улының портретын ҡулыма тотоп "Үлемһеҙ полк" менән йәнәш атлайым,- ти саҡ күҙ йәштәрен тыйып Зөлфиә ханым.
Эльдар Фәттәхов фотоһы.