9 май – илебеҙ тарихында Рәсәйҙең һәр ғаиләһе өсөн иң изге көн. Ул ҡаһарманлыҡ һәм дан, күп милләтле илебеҙ халҡының батырлығы алдында баш эйеү, мәңгелек хәтер һәм еңеүселәр быуынына сикһеҙ рәхмәт белдереү көнө.
Еңеүсе һалдат һәм тыл хеҙмәтсәндәре бөтә ил халҡы өсөн рухи көс, сикһеҙ ғорурлыҡ һәм патриотизм сығанағы булып хеҙмәт итә. Был көндәрҙә һеҙҙең өсөн ихлас рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәре яңғырай, ҡәҙерле ветерандар! Һеҙ Тыуған илебеҙҙе, донъяны фашизмдан азат иттегеҙ, илдең ҡеүәтен ҡайтарҙығыҙ һәм нығыттығыҙ.
Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Һеҙҙең батырлыҡ һәм ныҡлыҡ арҡаһында бөгөнгө быуын тыныс, аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәй. Һеҙ әле лә йәштәр өсөн өлгө булып сафта ҡалаһығыҙ. Ихтыяр көсөгөҙ һәм эскерһеҙ илһөйәрлегегеҙ оло хөрмәткә лайыҡ.
Ҡалабыҙ халҡы исеменән һеҙгә оло хөрмәт һәм ихтирам белдерәм.
Һеҙҙең һәммәгеҙгә лә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм иң изге теләктәр еткерәм! Оҙон ғүмер һәм тыныс күк йөҙө теләйем!
Бөйөк Еңеү көнө менән!
Ихтирам менән,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимәте башлығы
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ.