Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
19 Май 2022, 14:01

ДНР һәм ЛНР халҡына ярҙам күрһәтеү өсөн «Донбасҡа ярҙам поезы» юлға сыҡты

Кисә Мәскәүҙән Украинаның көньяҡ-көнсығышына «Донбасҡа ярҙам поезы» юлға сыҡты. Уның составында – Рәсәй төбәктәренән халыҡ республикаларында йәшәүселәргә гуманитар йөк тейәлгән 63 вагон.

ДНР һәм ЛНР халҡына ярҙам күрһәтеү өсөн «Донбасҡа ярҙам поезы» юлға сыҡты
ДНР һәм ЛНР халҡына ярҙам күрһәтеү өсөн «Донбасҡа ярҙам поезы» юлға сыҡты

Башҡортостан Донбастың инфраструктураһын тергеҙеү өсөн кәрәкле пиломатериалдар менән тултырылған вагон оҙатты.

«Донбасҡа ярҙам поезы» башланғысын Халыҡ фронты һәм Рәсәй тимер юлдары индерҙе. Республикабыҙ 60 төбәк менән бергә был тәҡдимде хупланы. Беренсе класлы ағастан 60 тоннанан ашыу сите киҫелгән таҡта – Башҡортостандың Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр өсөн махсус состав формалаштырыуға индергән өлөшө ул. Йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы ремонтлау өсөн төҙөлөш материалдары хәҙер Донбасҡа бик кәрәк», – тине Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин.

Төбәктәр бөтәһе 2400 тоннанан ашыу йөк оҙатҡан. Улар – оҙаҡ һаҡланаторған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, дарыуҙар, он, кейем-һалым, канцелярия тауарҙары, көнкүреш химияһы, пиломатериалдар, төҙөлөш материалдары, төҙөлөш ҡорамалдары, генераторҙар, ашламалар һәм башҡалар. Донецк һәм Луганск халҡы мохтаж булған әйберҙәр.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: