Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
19 Май 2022, 15:48

«Һөт кухняһы» 89 мәғариф учреждениеһын биойодлы йогурттар менән тәьмин итә башланы

«Һөт кухняһы» республиканың Өфө, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарының 89 мәғариф учреждениеһын биойодлы йогурттар менән тәьмин итә башланы. Яҡын киләсәктә файҙалы һөт ризығын республиканың башҡа төбәктәренә лә таратыу планлаштырыла.

«Һөт кухняһы» 89 мәғариф учреждениеһын биойодлы йогурттар менән тәьмин итә башланы
«Һөт кухняһы» 89 мәғариф учреждениеһын биойодлы йогурттар менән тәьмин итә башланы

Уларҙың эш көнө сәғәт етелә үк башлана. Һөттө ҡабул итеү, уларҙы кәрәкле цистерналарға бушатыу өсөн 20 минут самаһы ваҡыт талап ителә. Бер тәүлек эсендә яҡынса 3 тонна һөттән эремсек, һөт, кефир, йогурт әҙерләнә. Ауылдағы кеүек сифатлы аҙыҡты етештереү өсөн сеймал урындағы фермер хужалығынан һатып алына.

2019 йылдан башлап һөт ризыҡтарын етештереү буйынса Башҡортостанда ете цех эшләй. Улар Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай, Өфө ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы тәҡдиме буйынса, йогурттар биойод менән байыҡтырыла башланы.

Был йод етешмәүҙе иҫәпкә алып эшләнә. Билдәле булыуынса, йодҡа ҡытлыҡ Рәсәйҙең бөтә субъекттарында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла күҙәтелә. Биойод менән байыҡтырылған йогурт балаларға көн дә талап ителгән йодтың 30 процентын тәшкил итә.

Әлеге көндә яңы продукция Өфө, Ҡыйғы, Мәсетле райондарының 89 мәктәпкәсә һәм урта белем биреү учреждениеһына килтерелә. Киләһе уҡыу йылынан райондар исемлеген киңәйтеү күҙаллана. Шулай уҡ биойод менән байыҡтырылған йогурт таратыу пункттарында ла һатыуға сығарыласаҡ.

Һөт ризыҡтары аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға, ауырлы һәм бала имеҙеүсе әсәләргә, шулай уҡ етем балаларға бушлай бирелә. Был таратыу пунктында аҙнаһына дүрт тапҡыр һөт ризыҡтары һәм шаршамбы ҡоро ҡатнашмалар алырға мөмкин.

Айгөл Ғилманова, «Һөт кухняһы» предприятиеһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе етәксеһе

«Һөт кухняһы» аҙыҡ-түлек рецептураһына йод ҡушыу буйынса эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтергә ниәтләй. Бынан тыш, башҡа төрлө һөт продукцияларын да етештерә башларға ниәтләй.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас: