Ашҡаҙар
+20 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
31 Май 2022, 17:00

ЙӨК ТЕРМИНАЛЫНА АУЫРЛЫҠ КӘРТӘ ТҮГЕЛ

Бөгөн  Өфө ҡалаһының «Торатау» Конгресс-холында транспорт тармағына ҡараған  бизнесҡа ҡағылышлы иң төп ваҡиғаларҙың береһе РRO Хәрәкәт транспорт-логистик конференция уҙа.

Был ҙур сарала туранан- тура һәм онлайн форматта 1000 тирәһе кесе һәм урта бизнес вәкилдәре, шулай уҡ эре сәнәғәт һәм транспорт корпорациялары вәкилдәре,  РФ-ның төбәк башлыҡтары һәм профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша.

Сараның көн тәртибендә санкциялы баҫым шарттарында транспорт логистикаһының эшләүе һәм үҫеше , заманса һанлы майҙансыҡтарҙы һәм сервистарҙы сафҡа индереү, дәүләт һәм шәхси хеҙмәттәшлек  (партнерлык), ЕSG  һәм башҡа һорауҙар ҡарала.

Эшлекле программала йөк һәм махсус техникалар күргәҙмәһе лә ойошторола. Шулай уҡ алдынғы компанияларҙың һәм тикшеренеү институттарының макеттары һәм эштәренән торған күргәҙмәләр иғтибарҙы йәлеп итә. Ошо сара сиктәрендә Стәрлетамаҡ станцияһында ла  йөк терминалы асылды. Был тарихи ваҡиғала ҡатнашҡан ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов тимер юл станцияһында терминал асылыуҙы бик ваҡытлы, тип билдәләне.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

ЙӨК ТЕРМИНАЛЫНА АУЫРЛЫҠ КӘРТӘ ТҮГЕЛ
ЙӨК ТЕРМИНАЛЫНА АУЫРЛЫҠ КӘРТӘ ТҮГЕЛ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: