Ашҡаҙар
+20 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
3 Июнь 2022, 12:50

Дуҫлыҡ күпере

Кисә ҡалабыҙҙың картиналар галереяһында «Татарстан-Башҡортостан-Транзит.Бергә» тигән Төбәк-ара күргәҙмә асылды.

 

- Стәрлетамаҡ картиналар гелереяһы – Башҡортостан Республикаһының  Стәрлетамаҡ һәм көньяҡ төбәге сәнғәт тормошоның үҙәге булып тора. Галерея эшенең төп алдынғы йүнәлеше - мәҙәни белем эшмәкәрлеген үҫтереү булһа ла, шул уҡ ваҡытта ошондай күргәҙмәләрҙе ойоштороу -  РФ-һы төбәктәре араһында күршелек мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә лә булышлыҡ итә һәм мөһим урын биләй, - тине М.Нестеров исемендәге музейҙың Стәрлетамаҡтағы филиалы мөдире Лилиә Әхмәтова.

 Татарстан Республикаһының Рәссамдар союзы рәйесе Альберт Шиабиев йылы кабул иткәндәре өсөн башҡорт дуҫтарына рәхмәт белдерҙе һәм күргәҙмә ойоштороуға ҡатнашлыҡтары булған урындағы йәмәғәтселек ойошмалары етәкселәренә  рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор:Римма Галимова
Читайте нас: