Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май- Еңеү көнө
6 Июнь 2022, 11:05

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ «ЯНДЕКС.ТАКСИ – ВЕТЕРАНДАРҒА» СОЦИАЛЬ ПРОЕКТЫ ФЕДЕРАЛЬ ПРОГРАММАҒА ИНДЕРЕЛГӘН

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы «Беҙҙең Еңеү» комитеты инициативаһы буйынса төбәк етәкселәре һәм такси йөрөтәүселәр менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына һәм ветерандарына бушлай таксила йөрөү программаһын эшләтте. Башҡортостан Республикаһында был проект 2020 йылдан эшләй, уны федераль программаға индереү тағы ла яңы мөмкинселектәр асты.

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ «ЯНДЕКС.ТАКСИ – ВЕТЕРАНДАРҒА»  СОЦИАЛЬ ПРОЕКТЫ ФЕДЕРАЛЬ ПРОГРАММАҒА ИНДЕРЕЛГӘН
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ «ЯНДЕКС.ТАКСИ – ВЕТЕРАНДАРҒА» СОЦИАЛЬ ПРОЕКТЫ ФЕДЕРАЛЬ ПРОГРАММАҒА ИНДЕРЕЛГӘН

- Такси менән ҡайҙа барыуға ҡармаҫтан ҡулланырға мөмкин. Ветеран менән уның туғандары, уны ҡарап йөрөтөүселәр бергә ултырып йөрөй ала. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан һәр кешегә өс мең һумлыҡ субсидия ҡаралған, - тип аңлата Башҡортостан Республикаһының  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов.  

Такси саҡыртыу ысулы ла үҙгәртелгән. Такси хеҙмәттен саҡыртыу ветерандар беркетелгән Социаль  координаторҙар хеҙмәте аша яһала.

- Социаль  координаторҙар хеҙмәте белгесе Һанлы үҫеш министрлығы тапшырған үҙенең шәхси кабинеты аша такси тураһында мәғлүмәт биреп, ветерандың телефонын һәм ҡайҙа барырға йыйынғанын күрһәтеп заявка бирә. Бынан һуң ветерандың телефонына, йәки уның законлы вәкиленең телефонына автомобилдең килеү ваҡыты һәм дәүләт номерҙары яҙылған смс хат килә, - тип аңлата Башҡортостан Республикаһының дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шарафутдинов.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, бушлай такси менән республикабыҙҙың «Яндекс.Такси» булған ҡалаларында ғына ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Бында Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Дүртөйлө, Туймазы, Мәләүез һәм башҡалар инә. 2020 йылдан алып был хеҙмәт менән 831 тапҡыр ҡулланып өлгөргәндәр.

 

Мәҡәлә pravitelstvorb.ru мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ «ЯНДЕКС.ТАКСИ – ВЕТЕРАНДАРҒА»  СОЦИАЛЬ ПРОЕКТЫ ФЕДЕРАЛЬ ПРОГРАММАҒА ИНДЕРЕЛГӘН
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ «ЯНДЕКС.ТАКСИ – ВЕТЕРАНДАРҒА» СОЦИАЛЬ ПРОЕКТЫ ФЕДЕРАЛЬ ПРОГРАММАҒА ИНДЕРЕЛГӘН
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: